Хәҙисә Кинйәбаева шундайҙарҙан, мәҫәлән, хата ебәрәһегеҙ, үҙем ҡарап-тикшереп сығам ти. Биғәйбә, ҡаршылыҡ юҡ, улай беҙгә тағы ла һәйбәтерәк, ышаныслыраҡ.
Фәнир Малбаев та бөгөн килде. Юҡ, мәҡәләһен тикшерергә түгел (уның материалы киләһе һанда баҫыла), былай, хәл белергә. Етмеште үттем ти. Гел шаярып ҡына йөрөгән кеше, был юлы ла алданы, ахры, йүгереп килеп кереш, сығып китешенә ҡарағанда, ҡырҡ туғыҙ самаһы булырға тейеш. Йәшерәк булмаһа.
Фәнир Сазретдин улының хаты нимә турала - билдәле, йәшлек тураһында, Йәш кеше ҡартлыҡ тураһында яҙып ултырмаҫ.