Все новости
Хаттар
2 Июля 2022, 12:50

Иҫкә төшә үткәндәр

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы: 

Иҫкә төшә үткәндәр
Иҫкә төшә үткәндәр
Иҫкә төшә үткәндәр
Бер йортто ла урап үтмәгән
"Яуыз һуғыш"шауҡымы,
Йылдар үткән һайын яңырта
Онотолмаҫлыҡ ҡайғыны.
Һәр бер өйҙә иҫкә төшә
Борсолоуҙар, ҡайғылар,
Үлгәндәрҙе ризаларға
Уҡыталар аят-доғалар.
Кемдә олатай, атай,
Ағаһы йәки ҡустыһы,
Йөрәккә кәрәк сабырлыҡ
Күтәрергә килгән ҡайғыны.
Ялғыҙ әсәй, етем бала,
Ирһеҙ ҡалған килендәр,
"Ил менән күргән ҡайғы" тип,
Иң менән күтәргәндәр.
Сабый булып ҡалған бала
Үҫеп буй еткергәндәр,
Үҙҙәре атай-олатай
Малайҙар үҫтергәндәр.
Яҙған саҡта ябай кеүек
Күпме ҡайғы хәсрәттәр,
Йөрәк яна күңел әрней
"Һуғыш" тигән афәттән.
 
 
"Көс түгергә кәрәк"
Иген шауы, башаҡ еҫе
Йәшәргә өмөт бирә,
Ололарҙың әйткән һүҙе
Гел генә иҫкә төшә.
Игенсенең хеҙмәттәре
Һанап ҡына бөкөһөҙ,
Баҫыу эше иҫкә төшә
Табын булһа икмәкһеҙ.
Малсыны ла күп ваҡытта
Онотоп ҡуя халыҡ,
Ит өсөн дә көс түгелә
Тормай ул күктән яуып.
Һөт тә аҡмай һыу булып,
Һыйыр ҙа бушҡа бирмәй
"Уның һөтө телендә", - тип
Бер ҙә бушҡа әйтелмәй.
Йәшелләнде ялан ҡырҙар,
Бар тәбиғәт йәмләнде,
Инде көтөргә ҡала
Мул тормошло көҙҙәрҙе.
Көсөң түгеп, хеҙмәт итһәң
Йәшәп була муллыҡта,
Ошо килгән бәхетте
Ҡуллана бел томошта.
Эҙләп түгел, эшләп тап
Үҙеңә тейгән бәхетте,
Ошо булған бар бәхетең
Ғүмерлеккә етерме,
Һиңә рәхмәт әйтерме?
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: