Был йортта бер-береһенә кәрәк, терәк булып 50 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе Фәтҡулла һәм Йәннәт Аҡһаровтар йәшәй. Бынан байтаҡ йылдар элек Йәннәт Абдулхаҡ ҡыҙы Өфө педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Ҡотлоюл башланғыс мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә килә. Ул үҙе Ейәнсура районы Байыш ауылы ҡыҙы. Ошо Ҡотлоюл ауылында осрата ла инде ул тормош иптәшен. Фәтҡулла Ғайса улы менән танышып, 1972 йылдың 21-се июлендә матур туйҙар үткәреп, өйләнешәләр. Матур ғаилә ике балаға ғүмер бүләк итеп, бөгөнгө көндә һәр атҡан таңға ҡыуанып, ейәндәре, ейәнсәрен һағынып көтөп торған бәхетле олатай һәм өләсәй улар. Фәтҡулла ағай ауылда абруйлы кеше, 25 йыл ферма мөдире булып эшләй. Йәннәт Абдулхаҡ ҡыҙына тормошта төрлө һынауҙар үткәрергә тура килә. 1977-80- се йылдарҙа биш саҡрым күрше ауылға ат менән йөрөп уҡыта, унан һуң Яңы Ауылға йөрөп уҡытырға тура килә. Ҡалған йылдарын, алтмыш йәшкә тиклем, Ҡотлоюл мәктәбендә эшләй. Ауылда бөтә эш уҡытыусылар иңендә ине ул заманда: уҡытыу, клубта концерттар ҡуйыу, һайлауҙар үткәреү, пропаганда эшен алып барыу. Ғүмере буйы ауылдаштарына оло ихтирам тойғоһо йөрөтә ул күңелендә. Ауылдаштары ла ата-әсәләрҙә хөрмәт итәләр Йәннәт Абдулхаҡ ҡыҙын. Районда ла эшен күрәләр, Мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исем бирәләр, бөгөнгө көндә мәғариф ветераны, ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы. Был ҡаҙаныштарға ирешенә Фәтҡулла ағайҙың да өлөшө бар.
Гөлдәр ӘХМӘТОВА, Урта Бабалар ауылы.
Хат тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды.