Все новости
Хаттар
3 Августа 2022, 12:39

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ

Нәҡиә Ғибаҙулла ҡыҙы Хәмитова (Хөсәйенова), Ялсыҡай ауылында тыуып-үҫкән. 

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ
Әйткән һүҙ - атҡан уҡ

Беҙ былтыр ППМИ программаһында зыяратты кәртәләү буйынса ҡатнашҡайныҡ. Конкурстың һөҙөмтәләрен көтөп йөрөгәндә инәй миңә әйтте: “Ярҙам йөҙөнән 50 мең һум аҡса бирәм”, - тине. Ә беҙ, ҡыҙғанысҡа, программаға инә алманыҡ һәм ул эште ҡуҙғалтманыҡ. Август аҙағында инәй шылтыратып мин әйткән һүҙемдә торам, Зәлфиә ҡыҙыма аҡсаны бирҙем, үҙемде насар тоям, улай-былай булып китһәм, ҡыҙым һеҙгә бирер, тине. Нәҡиә инәйебеҙ, былтыр 2021 йылда, 94 йәшен тултырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
Зөлфиә уның Рәшит ҡустыһының ҡыҙы. Әле беҙ зыярат кәртәләү тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, Зөлфиә 50 мең һум аҡса килтереп бирҙе.

Мәҙинә ҠУНАҠҠОЛОВА, Ялсыҡай ауылы

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: