Все новости
Хаттар
20 Ноября 2022, 10:47

Путинға яҙайыммы икән?

ООО "Сырьевая компания" г. Уфа, которая добывает глину пусть берёт дорогу Покровка - Кинзябаево под свою ответственность! 

Путинға яҙайыммы икән?
Путинға яҙайыммы икән?

Их большегрузы убили всю дорогу, месят глину в межсезонье, что легковые проехать не могут((( Сделайте что-нибудь!!!

Ошолай тип яҙылған сираттағы (меңенсеһеме икән?) ялбарыу (фотола ошо "балсыҡ юлы"). Халыҡ яҙа тора, тормош шул көйө бара тора. 

Гәзиттең үткән һанында ла баҫылды район юлдарына бәйле материалдар. Шуларҙың береһе Əбделəхəт ИСХАҠОВтан, Түбəнге Бабалар ауылы:

- Ваҡытында капиталь ремонт яһалмай ҡалып, беҙ ошо көнгə килеп төштөк, артабан, ҡырсыны бөтөп, тағы ла насарыраҡ буласаҡ юлдар. Был юлдарҙан ҡыш көнө генə йөрөп буласаҡ. Шуға күрə район хакимиəте башлығы Юлай Ильясовҡа ошо мəсьəлəне иғтибарһыҙ ҡалдырмай, юлдар бəлəһенə ныҡлы тотонорға кəңəш
итəм. Районыбыҙҙа халыҡты иң ныҡ борсоғаны юлдар бəлəһе, хакимиəттең дə иң төп мəсьəлəһе ошо юлдар булырға тейеш. Юлға ҡарашты үҙгəртергə кəрəк, ҡайҙандыр аҡса тыбырға тырышып, төрлө программалар бар, шуларға инеп маташыр кəрəк. Йыл һайын бер яҡтың юлын булһа ла рəткə килтерергə тырышыр кəрəк. Ҡайһы юлдарҙа ҡот осҡос соҡорҙар, ҡайһы ерҙəрҙə үтерлек түгел, шул ерҙəрҙəн башларға кəрəк. Бөтə 40-50 км юлға ҡырсын түшəгеҙ тигəн һүҙ түгел бит, яйлап булһа ла ремонт яһап булалыр? Авария хəлендə булған юлдар өсөн аҡса бүленергə тейештер бит?
Бөтə республика ла шулай тип əйтер инең, күрше райондарға барып йөрөп ҡайтһам икенсе донъяла йөрөгəн кеүек булам. Мəлəүез районында ҡырсын юл осратманым, Күгəрсендəрҙə беҙгə ҡарағанда ике-өс тапҡырға асфальт юлдар күберəк, Федоровҡа яҡтарында ла шулай, Ырымбурҙы əйтеп тораһы ла түгел, һəр ауылында ла асфальт. Ниңə беҙҙең райондың ғына юлдары ошондай хəлдə, кем аңлатыр? Ҡасан беҙҙең юлдарға ҡарата ҡараш үҙгəрер? Элекке етəкселек тə бер нəмə лə эшлəмəне, яңыһы ла шул уҡ юлдан бара шикелле. 

Материалдар йома һанында баҫылды. 

 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: