Все новости
Хаттар
10 Января 2023, 11:01

“Урал күпере”

“Атанан күргән –уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән”.

“Урал күпере”
“Урал күпере”

Эшһөйәр атаһы Дамир Әбделхәй улы Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған 1945 йылда тыуған һәм 52 йыл буйына арымай-талмай “Искра” колхозында эшләгән һәм “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булған ул. Хаҡлы ялда булған ағай һәман да тырышып донъя көтә, Ҡөрьән уҡып, ауылдаштарын үҙенең йор һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре, эскерһеҙ ярҙамы менән ҡыуандырып йәшәй. Дамир ағайҙың шул тиклем хәтере һәйбәт, ул башҡорт шағирҙары ғына түгел, рус классиктарының да йөҙҙән артыҡ шиғырҙарын бер туҡтамай бер-бер артлы артистарыңа биргеһеҙ ғәжәп оҫта итеп яттан һөйләп бирә, ин шәә Аллаһ! Ә әсәһенә килгәндә инде - ул үҙе бер хазина, ысын-ысындан да аҡ инәй һәм аҡыл эйәһе. Бөтә яҡлап та һәләтле Зифа апайҙың ижад иткән шиғырҙарын күптәребеҙ белә, Аллаһҡа шөкөр!
Береһенән-береһе аҡыллы, инсафлы, еребеҙгә, тыуған илебеҙгә лайыҡлы 5 балаға ғүмер, гүзәл тәрбиә биреп үҫтергән Зифа апай йәштән үк бик актив, эшсән һәм тырыш булыуы менән тирә-яҡта оло ихтирам яулай. Ул балалар ҡарап, ауыл тормошоноң тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәре менән бергә 40 йыл буйына ике ауылда фельдшер булып, көнөн-төнөн, ямғыр тимәй, буран тимәй, кешеләргә һаулыҡ өләшкән.
Бына ошондай бөтә яҡлап та өлгөлө, колхоз эшендә ҡайнап йәшәү менән бергә донъяларын гөрләтеп алып барыусы Дамир ағай менән Зифа апайҙарҙың ғаиләһен ауылда ғына түгел, тирә-яҡта ла һәр ваҡыт маҡтап телгә алалар һәм бик хөрмәт итәләр. Берәй кәңәш кәрәкһә, йәки башҡа йомош килеп сыҡһа, улар әлеге көндә лә бөтә кешегә лә ихлас ярҙамлашалар, хәлдәренә кереп, яҡшы кәңәш бирәләр, олоһона-кесеһенә, туғандарға өлгө булып йәшәйҙәр. Ҡотлоюл ауылының ҡотло, тәртипле һәм ихлас ғаиләһендә тыуып-үҫкән Урал башланғыс белемде үҙҙәренең ауылында алғандан һуң 1987 йылда Яҡшымбәт урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай.

Миләүшә КИНЙӘҒОЛОВА, Ҡотлоюл ауылы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: