Все новости
Хаттар
19 Января 2023, 16:53

Беҙҙең йәшлек

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы. 

Беҙҙең йәшлек
Беҙҙең йәшлек

Уйнап әйткән һүҙҙәргә лә,
Ҡала бит ул хәтерҙәр.
Уйлап һөйлә һүҙҙәреңде,
Ысын булһын хәбәрҙәр.
Ошо шиғыр менән башлайым яҙа торған хәтеремдәге һүҙҙәрҙе. Бәлки, күптәр оло кеше яҙғанда хуп күрмәҫтәр. Хәҙер йәштәр бар булған хәлдәрҙе, үткәнен дә, хәҙергеһен дә телефондан, интернеттан ҡарап өйрәнгәс, бәлки, сәйер кеүек тойолор. Инде, олоғайып, 80 - де үткәс, күпме ғүмер ҡалған, яҙып ҡалдыраһы килә. Ауылым Яманһары беҙҙең бала, үҫмер саҡта бик матур, эшсән, егәрле кешеләргә бай ине.
Мин хәтерләгәндә, һуғыштан һуңғы йылдарҙа өйҙәр күп кенә ине. Иҫке ситән өйҙәрҙе, балсыҡтан һалынғандарын ағас йортҡа үҙгәртеп төҙөү башланды. Ете йыллыҡ мәктәп, интернат барлыҡҡа килде. Эш урыны, фермалар төҙөлдө, күпләп трактор, комбайндар алып килделәр. Халыҡ күңелле итеп йәшәй башланы. Һуғыштан иҫән ҡайтҡан ағай-бабайҙар яңынан тормош көтө башланылар. Бик күп йәштәр, өйләнешеп, өйҙәр һалып керҙеләр. Былар барыһы ла минең күҙ алдымда башҡарылды. Шуға күрә, иҫкә алып, яҙаһы килде. Һәр кем үҙенсә йәшәне. Ярҙам кәрәкһә, бер-береһенә ярҙам иттеләр. Миһырбанлы, мәрхәмәтле булдылар. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп хәл-әхүәл белештеләр. Ауылда гармун уйнаусылар бик күп ине. Гармун уйнау -  ир-егеткә ҙур һөнәр тиҙәр ине ололар. Һуғыштан ҡайтҡан ағайҙар үҙҙәренең үткәнен баҫыр өсөн, күңелдәрен күтәреп йыш ҡына урамдағы эскәмйәлә уйнайҙар ине. Быға мин үҙем шаһит. Атайым Ғәзиз Ғәбиҙулла улы бик оҫта гармунсы булды. Уның хромка, талъян, баян, саратский гармундары бар ине. Әле булһа ла гармун моңо, һуҡҡан саратский тауышы ҡолаҡта сыңлай. Йәшерәк сағында концерттарҙа ла ҡатнашты. Бер ваҡыт атайым гармунда, Игбаев Минниғәли баянда, Хәлиҡов Ишембай скрипкала уйнап, Өфөгә фестивалға барҙылар. Һуғыш ветерандары Даутов Әхмәт, Сынбулатов Хәбибрәхман, Сәфиуллин Нажип ағайҙар бик оҫта гармунсы инеләр. Йәшерәк булған ир-егеттәрҙә уйнанылар. Ауылда уйнай белмәгән кеше бик һирәк булды. Әлбиттә хәҙер йәштәр аңламай, гармун тамаҡ туйҙырамы тиерҙәр. Йәшәү өсөн дәрт, дарман, күңел күтәрелеп киткәнен аңламайҙар. Телефон, телевизорҙан сит илдең аңлашылмаған музыкаһын тыңлайҙар.

Бер көндө, шулай, ололар менән осрашып, ошо темаға һөйләшеп ултырҙыҡ. Нисек кенә йәшәһәк тә, беҙҙең йәшлек күңелле булған тигән һығымтаға килдек. Кис көнө мәктәп залында, һуңынан клубта уйындар ойоштора торғайнылар. Кино, спектакль, концерттар ҡараныҡ. Бер-берең менән осрашыу, һөйләшеү үҙе бер күңелле күренеш икәнлеген аңланыҡ. Хәҙер ауылда ла кешеләр аҙ ҡалып килә...

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: