Все новости
Хаттар
27 Января 2023, 08:57

Киләсәккә йоҙаҡ элһәк...

Рима ИБРАҺИМОВА, Ҡотлоюл ауылы.

Киләсәккә йоҙаҡ элһәк...
Киләсәккә йоҙаҡ элһәк...

Мәктәп асҡан көн хәтерҙә,
Көтөлгән байрам булды.
Йәше-ҡарты йыйылышты,
Ауыл шатлыҡҡа тулды.
Иң ҙур ҡунаҡ - Бабай үҙе,
Сәләмләп түргә уҙҙы.
Уның ихлас һүҙҙәренән
Күҙҙәргә йәштәр тулды.
Оло РӘХМӘТ! Бүләгеңә,
Балалар, эй, һөйөнә.
Тәҙерәнән ишетелә
Ҡурай, гармун көйө лә.
Түңәрәктәр гөрләп эшләй,
Кисен йәштәр йыйыла,
Туп һуғалар, ярыш, көрәш...
Ҙур спортҡа юл ала.
Шатлығыбыҙ күпкә бармай
Буш ҡыуыҡтай шартланы,
Мәктәпте ябып ҡуйҙылар
Йоҙаҡ элеп ҡапҡаны.
Турәләрҙең фармандары
Беҙҙең файҙаға түгел,
Киләсәккә йоҙаҡ элһәк
Замана нимә күрер???

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: