-4 °С
Облачно
Бар яҡлап та булдыра торған килен булып сыҡты. Ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, кем генә мөрәжәғәт итһә лә, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул.
Клубыбыҙҙың йылытыу системаһы боҙолоп, эшлектән сыҡҡас ул ныҡ хафаланды. Шуға ҡарамаҫтан төшөнкөлөккә бирелеп, эшен башҡармай ултырманы, һәр байрамды еренә-еткереп үткәреп, ауыл халҡын ҡыуандырып торҙо.
Аллаға шөкөр, ошо көндәрҙә ниһәйәт клубыбыҙға газ керҙе һәм ул гөрләп үҙ эшен дауам итте.
"Юлдаш" коллективы, Ҡотлоюл ауылы.
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.