7-се март көнө кис, бабайым менән телевизор ҡарап ултырһаҡ, ҡапыл ҡот осҡос тауыштар сығып, өйөбөҙҙә тулыһынса ут һүнде. Уйламаған уй ҡалманы, беҙҙә лә Төркиәләге кеүек фажиға булды микән тип аптырап ҡалдыҡ. Аллаға шөкөр, ундай ҡот осҡос тәбиғәт ғәрәсәттәрен күрергә яҙманы, ҡыйығыбыҙҙа йыйылып ятҡан ҡарҙар ишелеп төшөп барлыҡ электросымдарҙы өҙгән икән, ҡот осҡос тауыш та шуға бәйле булған.
Оҙаҡ уйлап тормай Шәбағыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ильшат Рахмаевҡа шылтыраттыҡ. Бер сәғәт тә үтеп өлгөрмәне уның ярҙамы килеп етте, ул барлыҡ етешһеҙлектәрҙе төҙәтер өсөн райондан элетриктар саҡыртҡан, тиҙ арала яҡтылыҡты эшләп тә киттеләр. Унан оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, ут күршебеҙ Фәниә Әмирова көрәген тотоп ҡыйыҡтан ишелгән ҡарҙарҙы көрәргә тип килеп еткән. Икенсе яҡ күршебеҙ Наиль Баширов та һәр саҡ ярҙамға әҙер, тракторы менән эштән бушаған арала ҡарҙарыбыҙҙы эттереп, таҙартып китә. Газовик егетебеҙ Алик Ишморатовты ла билдәләп үтмәй булмай...
Миңйыһан ФӘЙЗУЛЛИНА, Шәбағыш ауылы
Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды.