Все новости
Хаттар
28 Марта 2023, 10:00

Һөнәремә юл асыусы

Зөфәр Шәүкәт улы Морапталдан беҙҙең ауылға уҡытыусы-тәрбиәсе булып килде.

Һөнәремә юл асыусы
Һөнәремә юл асыусы

Яңы ғына 10-сы класты тамамлаған оҙон буйлы, ҡаҡса егет. Беҙ - беренселәр араһында ихтирамды тиҙ яуланы. Ҡуйы тулҡын сәсле, яғымлы тауышлы, бик ыҫпай егет ине. Йылмайғанда биттәрендә соҡорҙары хасил булыр, ынйылай тештәре күренеп тағы ла йөҙөн йәмләр ине. Ағайыбыҙ беҙҙең менән төштән һуң эшләне. Дәрестәр әҙерләтте, йыр-бейеү өйрәтте, уйындар ойошторҙо, уҡытыусыбыҙ булмағанда, дәрестәр үткәрҙе.
Мәктәбебеҙҙә ашхана булмағанлыҡтан, беҙ төшкө ашты өйгә ҡайтып ашайбыҙ ҙа, ҡабаттан мәктәпкә йыйылабыҙ. Килмәй ҡалмайбыҙ, сөнки мәктәптә беҙгә күңелле, ағайыбыҙ көтә. Ниндәй генә уйындар өйрәтмәне лә, ниндәй генә саралар ойошторманы ул. "Скакалкалар", "Кәсәләр", "Ҡурсаҡтар" менән бейеү, ҡапма-ҡаршы әйтешеүҙәр, бәләкәй генә әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереүҙәр. Тышта беҙҙең менән йүгерешеп уйнауҙары, ҡышын санаға ултыртып йөрөтөүе, "Зарница"ла хәрби тәртип мөһимлеген аңлатыуҙары, һәр ерҙә дуҫлыҡҡа өҫтөнлөк биреүҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған.
Зөфәр ағайыбыҙ Булат бабай менән Заһиҙә инәйҙә фатирҙа торҙо. Ул йәшәгән йорт янынан 6 уҡыусы үтәбеҙ. Ҡыш көндәре, бигерәк тә ҡар яуып үтһә, төшкө ашҡа ҡайтҡанда, ҡаҙ бәпкәләре кеүек теҙелешәбеҙ ҙә, берҙәм генә юл тапайбыҙ. Үҙебеҙ балаларға ғына хас бер ҡатлылыҡ менән фатир хужаһын әрләйбеҙ. Беҙҙең ағайыбыҙға быйма биреп тормай, йәнәһе. Мәктәпкә килгәс, серле генә йылмайып йөҙөнә ҡарайбыҙ, беҙҙең юлдан килдеме икән?

Фәнүзә ХӘЛИТОВА, Яҡшымбәт ауылы

Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: