Все новости
Хаттар
29 Марта 2023, 17:18

Ғорурланам

Кинйә-Абыҙҙың “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығырына ышанам.

Ғорурланам
Ғорурланам

2023 йыл – Педагог һәм остаз йылы тип билдәләнде. Ошоға бәйләп әлеге көндә эшләп йөрөгән һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙың ауыл тормошондағы мөһим урыны хаҡында әйтеп үткем килә. Мин үҙем дә ошо Кинйә-Абыҙ мәктәбендә уҡып, ҡулыма аттестат алыу бәхетенә ирештем. Мин уҡыған йылдарҙа, хәҙер инде хаҡлы ялда, немец теле уҡытыусыһы Зәйнәғәбдинова Роза Хөрмәт ҡыҙы директор ине. Ғиләжева Рәмзиә Ғәфүр ҡыҙы – математика, Ниғмәтуллина Мәҙинә Ғәббәс ҡыҙы – рус теле һәм әҙәбиәтен, Йосопова Рида Марис ҡыҙы – башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Биктимиров Харрас Сәлмән улы – тарих, Рахманғолов Фәнис Мансур улы, Хәлилов Наил Факил улы хеҙмәт һәм физкультура дәрестәрен уҡыттылар. Биктимирова Рәзилә Мансур ҡыҙы, Рахманғолова Гөлфиә Нурис ҡыҙы, Хәлилова Розалия Нурислам ҡыҙы башланғыс синыфтарға белем бирҙеләр. Ауылыбыҙҙа һуғыш йылдарынан башлап эшләгән, Кинйәләрҙең бер нисә быуын балаларына белем биргән Рахманғолова Ғәйникамал Хәсән ҡыҙының (хәҙер инде мәрхүмә) фәһемле һүҙҙәре онотолмай. 

Зифа ТАТЛЫБАЕВА, Күмертау ҡалаһы

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: