Все новости
КИТАП КӘШТӘҺЕ
18 Сентября 2018, 10:26

ДҮРТ ЮЛЛЫҠТАРҘА - ОЛО МӘҒӘНӘ

Яҡташ шағирыбыҙ Кин- йәғәли Абдуллиндың ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтендә лайыҡлы урын биләй. Ул - тиҫтәгән яҡын шиғри йыйынтыҡтар авторы. Ошо көндәрҙә шәхси эшҡыуар Икрам Ахмедов етәкләгән «Типография» нәшриәтендә үҙнәшер юлы менән «Уй-фекер тыуҙыра» тигән яңы шиғри йы- йынтығы донъя күрҙе.

Китап:

Ҙур сумаҙан юлға яйһыҙ,

Оҙон һаптар тиҙ һына.

Шуны уйлап шиғырҙарым

Яҙамын ҡыҫҡа ғына, -

тигән эпиграф менән асыла. Ысынлап та, йыйынтыҡ бары тик дүрт юллыҡ афористик характерҙағы шиғырҙарҙан төҙөлгән. Улар тематик яҡтан да берләштерелгән, бында шағирҙың Тыуған ил, тормош асылы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, һаулыҡ һәм байлыҡ, әхлаҡ хаҡында дүрт юллыҡ шиғырҙары тупланған.

Һин бөгөн йәшәйһең донъяла,

Ә һинән ниндәй һуң эҙ ҡала?

Берәй көн бар эшең ташла ла,

Уйла һин ана шул турала, -

ти шағир. Был китапҡа автор тарафынан һалынған төп идея ла тормош юлында ҡайһы ваҡыт туҡтап торорға, уйланырға, фекер йөрөтөргә кәрәк, тигәнгә ҡайтып ҡала.
Читайте нас: