Все новости
КИТАП КӘШТӘҺЕ
18 Января 2019, 10:44

КӨЙӨРГӘҘЕЛӘР ҘӘ БАР

Былтыр йыл аҙағында күп томлыҡ башҡорт ырыуҙары томдарынан Бөрйән ырыуына ҡағылышлы 31-се, тамъяндарға арналған 32-се том донъя күрҙе.

Былтыр йыл аҙағында күп томлыҡ башҡорт ырыуҙары томдарынан Бөрйән ырыуына ҡағылышлы 31-се, тамъяндарға арналған 32-се том донъя күрҙе.


Бөрйәндәр Көйөргәҙе районының Таймаҫ, Яңы Таймаҫ, Ялсыҡай, Яҡут, Яҙлау һ.б. ауылдарында йәшәй. Шулай уҡ бөрйәндәр бөткән Урта Мотал, Түбәнге Мотал ауылдарында ла ғүмер иткән. Тамъяндар иһә Көйөргәҙе районының Мәмбәтҡол, Йомағужа, Илкәнәй, Түкән, Свобода ауылдарында йәшәй.

Был китаптарҙа ошо ырыуҙарға, шулай уҡ көйөргәҙеләргә ҡағылышлы материалдар, тарихи документтар, фотоһүрәттәр, шәжәрәләр һәм башҡа төрлө бай мәғлүмәттәр тупланған. Улар ырыу, ғаилә тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү өсөн ышаныслы сығанаҡтар булып хеҙмәт итә ала.

Китаптар «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында сығарылды һәм халыҡҡа бушлай таратыла. Уларҙы үҙ шәхси китапханаһында булдырырға теләүселәр Зөлфиә Әбүзәр ҡыҙына түбәндәге телефон аша шылтыратып белешә ала: 89371655010.


Читайте нас: