Яҡташбыҙ - жуналист һәм шағирә Хәлиҙә Алтынбаева, публицистик мәҡәләләр яҙыу менән бер рәттән, үҙ нәҫеле тарихын төплө өйрәнеү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Уның шул йәһәттән күп йыллыҡ ғилми-тикшеренеү һөҙөмтәһе булып «Миһрановтар нәҫеле» тигән китабы Күмертау ҡалаһындағы шәхси типографияларҙың береһендә донъя күрҙе.
Китап бер нисә бүлектән тороп, уның тәүгеһендә был нәҫел вәкилдәренең районыбыҙҙың Бәләкәй Муса ауылына ҡайһы яҡтан йәшәргә күсеп килгәнлеге, уларҙың Табын ырыуы башҡорттары булыуы хаҡында тарихи документтарға таянып бәйән ителә. II-IV бүлектәрҙә кемдәр тураһында һүҙ барғанлығы уның исемдәренән үк аңлашылып тора: «Миһрановтар - батыр ил һаҡсылары», «Уҡымышлылар нәҫеле», «Миһрановтар династияһы - газ һәм нефть сәнәғәтендә». Һуңғы бүлеккә авторҙың үҙ нәҫеле хаҡындағы очерктары, мәҡәләләре туплап бирелгән.