-2 °С
Снег
Бала сағым йондоҙҙары,
Һаумыһығыҙ!
Элеккесә баҙлап күктә
Арбайһығыҙ.
Ҡайттым һеҙҙән ут алырға,
Йондоҙҙарым!
Сүмесеңдән бер йотайым,
Тимерғаҙыҡ!
Күҙ ҡыҫышып таңға ҡәҙәр
Серләшәйек.
Көс алайым ел –дауылға
Бирешмәҫлек.
Ай һылыуы, һал иңеңә
Көйәнтәңде.
Нурҙарыңдан айырма һис,
Ҡөҙрәтеңдән.
Таш диуарҙар тотҡононда
Һүнде йөрәк.
Хистәремде дөрләтерлек
Осҡон кәрәк.
Шартлап һынһын күңелемдең
Бығауҙары.
...Киңлегендә күктәремдең
Бала сағым.
Көмөш күгем, йондоҙҙарым,
Рәхмәт һеҙгә!
Бала сағым ҡайтты төнөн
Йөрәгемә.