Тәлғәт Шаһмановтың өр яңы китабы донъя күрҙе. Автор беҙгә уны эҫе килеш күрһәтеп тә өлгөрҙө. Китаптың исемен уйлап оҙаҡ баш ватмаған Тәлғәт Ғиндулла улы, "Оло Моҡас" тигән дә ҡуйған. Мәләүез районында донъя йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан, тап ошо исемде йөрөткән ауыл тураһ?ында яҙғанда тағы ниндәй исем уйлайһың әлегеһе тап килеп кенә тора.
Был Т. Шаһмановтың өсөнсө китабы. Әлбиттә, һуңғыһы түгел.
Тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар, әле үк авторҙың ишеген ҡаға башлаһа ла була - китаптың тиражы ҙур түгел.