Все новости
конкурстар
5 Октября 2018, 14:41

БАЛА САҠҠА ҠАЙТҠАНДАЙ

Йәмғиәттә тәрбиәсенең роле мөһим урында тора.

Йәмғиәттә тәрбиәсенең роле мөһим урында тора. Районыбыҙҙың мәктәпкәсә йәштәге белем биреү учреждениеларында балалар донъяһын аңлаған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән тәрбиәселәр эшләй. Районыбыҙҙа йолаға әүерелгән «Йыл тәрбиәсеһе” конкурсы шуны күрһәтте.


Бәйгенең тәүге этабында тәрбиәселәр кескәйҙәр менән асыҡ дәрестәр күрһәтте. Тап ошо дәрестәрҙә һәр ҡайһыһының сағыу шәхес икәнлеге, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыуы асыҡланды. Сараның икенсе бүлеге Ермолаеволағы «Батыр” балалар баҡсаһында дауам итте. Быйыл икенсе турға 6 педагог үтте. Тәүге һынау “Педагогик табыш” тип аталды. Бында конкурсанттар ҡыҫҡаса үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙы. Артабанғы бәйгелә мастер класс күрһәттеләр. Ярыш ваҡытында һәр конкурсанттың ижади кеше икәнлеге күренде. Был һынауҙа һәр кем бала сағына әйләнеп ҡайтҡандай булды. Уйындар уйнау, бергәләп бейеүҙәр бейеү, төрлө сувенирҙар эшләү ҙә барыһына ла оҡшаны. Шулай итеп, бәйгеләге сығыштарҙа тәрбиәселәрҙең артислыҡ һәләттәре, ярышҡа етди, ижади әҙерләнгәнлектәре күренде.

Конкурсанттар араһында 26 йыл хеҙмәт стажына эйә булғандар ҙа, йәштәр ҙә бар ине. Бер-береһен алмаштырып, бер-береһен тулыландырып улар конкурс һынауҙарын лайыҡлы үттеләр.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова етәкселегендәге жюри ағзалары, Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбе директоры Александр Самсоненко, “Юшатыр” гәзите баш мөхәррире Малик Ильясов, методика-мәғлүмәт үҙәге мөдире Ләйсән Аҙнабаева, район мәғарифенең мәктәпкәсә белем биреү бүлеге методисы Ирина Кузьмина уларға ғәҙел баһа бирҙе.

Көсөргәнешле бәйгелә “Йыл тәрбиәсеһе – 2018” исеменә Ермолаевоның “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юля Захарова лайыҡ тип табылды. “Юшатыр” гәзите үҙенең махсус бүләген Абдулдың “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Әхмәтйәноваға тапшырҙы.

Конкурсанттарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Читайте нас: