Все новости
конкурстар
30 Октября 2018, 14:08

ИЛҺАМЛЫ ӨЛӘСӘЙ МЕНӘН ЕЙӘН

Өфөлә 25-26 октябрҙә 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙҙы.

Өфөлә 25-26 октябрҙә 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙҙы.


Фестивалдә Башҡортостандан, Комиҙан, Дағстандан, Саха (Яҡут), Бүрәт, Мари Иле Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Магнитогорскиҙан сәсәндәр ҡатнашты. Улар араһында районыбыҙҙың Яңы Таймаҫ ауылынан үҙенең ейәне Асман Рахманғолов менән Рәйлә Зәйнуллина ла үҙ көсөн һынап ҡараны.

- Бәйгелә ҡатнашыу өсөн тәүҙә интернет селтәренән видеороликта үҙебеҙҙең сығыш яһаған әҫәрҙәребеҙҙе ебәрҙек. Финалға үткәс, баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленә саҡырҙылар. Унда үҙем сығарған “Көйөргәҙе ерендә”, “Улыма теләктәр”, “Быуындар сылбыры өҙөлмәһен” ҡобайырҙарымдан һәм “Урал батыр” эпосынан ейәнем Асман менән өҙөктәр һөйләнек.

Был сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатмын, үҙем өсөн рухи көс алып, дәртләнеп ҡайттым. Беҙгә Республика халыҡ ижады үҙәгенең махсус бүләген тапшырҙылар. Ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән саранан һуң билдәле урындарға сәйәхәт тә ойошторҙолар.

Ғөмүмән, быйыл миңә бик күп бәйгеләрҙә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ейәнем Асман да бик тырыш, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә лә, башҡа сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Һәр еңеүҙәремдән һуң тағы ла илһамланып, ҡанатланып китәм”, - ти районыбыҙ, республикабыҙ күләмендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Рәйлә Ноғоман ҡыҙы.
Читайте нас: