Все новости
конкурстар
30 Октября 2018, 12:51

ЙОМҒАҠ БАР, БЕҘ ЮҠ

“Башҡортостанда иң матур ауыл – 2018” һайланды.

“Башҡортостанда иң матур ауыл – 2018” һайланды. «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһының йәш депутаттар ассоциацияһы һәм “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы ойошторған конкурс барыуы, унда районыбыҙҙан Яңы Мораптал ауылы ла ҡатнашыуы хаҡында алдан гәзиттә яҙғайныҡ.


Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡты үҙ биләмәләрендә урындағы тәғәйенләнештәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм абруйын күтәреү, тыуған төйәгеңә, ауылыңа ҡарата һөйөү уятыу, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу, ижади гражданлыҡ әүҙемлеген һәм башланғыстарҙы үҫтереү, уларға булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелгән был конкурсҡа июль айында республикабыҙҙың төрлө ерҙәренән 47 ауыл ғариза биргәйне. Конкурстың беренсе этабы йомғаҡтары буйынса бөтә ҡатнашыусылар араһынан 20 иң яҡшы ауыл һайлап алынды. Улар араһында Яңы Мораптал ауылының да үтеүе ҡыуандырҙы. Финалға сыҡҡан егерме ауыл менән дә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында иртәнге «Сәләм» тапшырыуында таныштырҙылар. Шулай уҡ интерактив тауыш биреү ҙә булды. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса үткән аҙнала еңеүселәр билдәләнде. Беҙҙең Яңы Мораптал юҡ исемлектә, ул тауыш биреүҙә 14-се урында ҡалған. 1-се урынға Әбйәлил районы Хәлил ауылы лайыҡ булды. Был ауылға “Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы – 2018” махсус стеллаһы ҡуйыласаҡ. 2-се урынға Бөрө районы Бахтыбай ауылы сыҡһа, 3-сө урынды Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылы алды. Шулай уҡ “Иң дуҫ ауыл”, “Ҡунаҡсыл ауыл”, “Ҡотло ауыл”, “Эшһөйәр ауыл”, “Заманса ауыл”, “Йолалары менән бай булған ауыл” кеүек номинацияларҙа Бәләбәй, Илеш, Саҡмағош, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура райондары ауылдары билдәләнде.

Еңеүсе ауылдарҙы Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләгәндә тантаналы рәүештә ҡотлаясаҡтар. Уларға дипломдар менән аҡсалата бүләктәр тапшырыласаҡ.
Читайте нас: