Все новости
конкурстар
13 Ноября 2018, 11:36

КӨЙӨРГӘҘЕ ЙОНДОҘҘАРЫ

Аҙна аҙағында Яңы Морапталда «Йәш ғаилә» конкурсы үтте. Был бәйгене үткәреү йолаға ингән инде, һәр саҡ миҙгелдең матур бер күренеше булып иҫтә ҡала. Уны, ҡағиҙә булараҡ, йыл нисек итеп аталған шуға арнайҙар, быйылғыһы Ғаилә йылына арналды.

Аҙна аҙағында Яңы Морапталда «Йәш ғаилә» конкурсы үтте. Был бәйгене үткәреү йолаға ингән инде, һәр саҡ миҙгелдең матур бер күренеше булып иҫтә ҡала. Уны, ҡағиҙә булараҡ, йыл нисек итеп аталған шуға арнайҙар, быйылғыһы Ғаилә йылына арналды.


Теге йәки был сарала ҡатнашырға кеше табыу хәҙерге заманда үҙе бер бәлә, әллә халыҡта дәрт һүнде, әллә иң әүҙемдәре ситкә сығып китеп бөттө, йыш ҡына әҙәм балаһын, әйҙә ҡатнаш инде, тип йүпәтләргә тура килә. Әлеге «Йәш ғаилә» конкурсы старт алыр алдынан да шөбһә булды – кеше табып булырмы? Тик ҡурҡыу бушҡа булған икән, райондың ете ғаиләһе көсләтмәй-нитмәй генә үҙҙәре ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Яңы Морапталда үткәрергә ҡарар итеү, морапталдарҙа ғына иң шәп ғаиләләр йәшәй тигәндән түгел (бында һис шикһеҙ матур ғаиләләр ныҡ күп) – райондың «Йәшлек» мәҙәниәт йорто бикле тора, унда ремонт үткәнсе Яңы Мораптал Көйөргәҙенең мәҙәни мәркәзе булып иҫәпләнә. Бындай ҙа мәртәбәнән күңеле булған ауыл хакимиәте башлығы Асҡар Кинжәлиев сәхнәнән барлыҡ килгән конкурсанттарҙы, уларға терәк булып килгән туғандарын тәбрикләне, иң матур ауыл беҙ ул, тип ышаныслы әйтте. Күптән түгел республикала үткәрелгән «Иң матур ауыл» бәйгеһендә ҡатнашты бит улар, ярымфиналға сыҡтылар, финалға үтә алманылар, шулай ҙа иллеләп ауыл араһынан 14-се урынды алыуҙары күп нәмә тураһында һөйләй. Ауыл шәп беҙҙең, тине Асҡар Исәт улы, йәштәр ҙә шәп. Ауыл биләмәһендә 2778 кеше йәшәһә, шуларҙың 80-дән ашыуы йәш ғаилә, улар барыһы ла тырыш, өлгөр һәм уңған. Бындай ҙа маҡтауҙан һуң конкурста ҡатнашыусы йәш ғаиләләр тағы ла дәртләнеп китте, ахыры, визитка өлөшөндә үк, килделе-киттеле артистарыңа ҡарағанда ла шәберәк итеп сығыш яһаны ла ҡуйҙылар.

Ниғмәтовтар ғаиләһен хәҙер бар донъя белә, улар ҡатнашмаған бер генә сара ла ҡалманы шикелле, ҡай саҡ, Айсыуаҡтың ғына түгел, бар Көйөргәҙенең бәхете булып әлдә уларҙың ғаиләһе барлыҡҡа килгән, тип уйлап ҡуяһың. Гел сығыш яһағас, һәр саҡ оригинал күренеү ҡыйын, тик Илдар һәм Екатерина Ниғмәтовтар был юлы теге саҡта ҡатнашҡан конкурстан айырмалы итеп күрһәтте үҙҙәрен, балалары ла килешеп бөткән, ата-әсәһенән ҡай саҡ хатта уҙҙырып та ебәрҙеләр.

Икенсе ғаилә Ниғмәтуллиндар ҙа районда билдәле ғаилә, бәйгеләрҙә беренсегә ҡатнашыуҙары түгел. Атай кеше полицияла эшләһә, әсәһе уҡытыусы булһа ла, улар хәс театраль училище бөткәндәр, ә сабый ғына ҡыҙҙары хаҡына әйтәһе лә түгел, бындай балалар үҫкәс тә бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаҫ – үткер ҙә, талантлы ла улар. Илнур менән Фәнүзәне һинд киноһындағы төп ролдәрҙе башҡарған актерҙар менән бутарға мөмкин, мөхәббәттәре лә матур кинолағы ише ғүмере буйына етһен.

Ҡотлоюлдан Аҡһаровтарҙы ошоңарсы күргән юҡ ине, тик Рәсим менән Алтынайҙың ғаиләһе сәхнәгә сығыу менән үҙҙәренә ҡарата һоҡланыу уятты. Шуныһы бигерәк күңелгә ятты: аҙбар тулы мал, баҡса тулы йәшелсә, өҫтәл тулы һый – һәйбәт йәшәйбеҙ, тип сығыш яһаны улар. Хәҙерге ваҡытта ах та ух килеп гел зарланған йәштәр күп осрай, саҡ ҡына ауырлыҡ булдымы бөгөлә лә төшә, Аҡһаровтар кеүек малға, ергә тоғро булып ауылда йәшәүселәр күберәк булһа, ауыл бөтә тип ҡаңғырмаҫ та инек.

Мораптал силсәүитенән бер түгел ике ғаилә ҡатнашырға теләк белдергән. Береһе Яңы Морапталдың үҙенән булһа, икенсеһе Яҡуттан. Шәмсетдиновтар сәхнәгә атайһыҙ ғына сыҡты, ғаилә башлығы Руслан полицияла хеҙмәт итә, ул эшенән айырыла алмаған. Балалары ла, Лилиә лә, атай, ир юҡ, тип аптырап ҡалманылар – бынамын тигән булды сығыштары. «Ике йөрәк араһында өҙөлмәҫ ептәр» тип йырланы Лилиә. Ысынлап та, бер-береһен ярата икән, атай кеше Ермолаевкала эштәме йәки Себерҙә вахтала йөрөймө, ике һөйгән йөрәк өсөн ваҡыт арауығы булмай, улар һәр саҡ бергә тибә.

Заһитовтарға сәхнәлә ярҙам итергә әллә ярты ауыл килгән, хәйер, үҙҙәре лә район сәхнәһенән төшкәндәре юҡ, визиткалары жюрила ултырып та башҡортса аңламаған кешеләрен һоҡландырҙы: «Красиво выступают» тип тел шартлаттылар. Рәмил менән Ләйсән ҡайҙан бер-береһен тапҡан – ике һыңар бер итек тиҙәрме әле, шуның шикелле бер-береһенә тап килеп кенә торалар.

Таймаҫ силсәүитенән Рахманғоловтар ғаиләһе аҙаҡҡы көндә генә конкурста ҡатнашырға дәртләнеп киткән, үтә ныҡ күп булып китә конкурсанттар, тип тәүҙәрәк икеләнһәләр ҙә, бындай ғаиләгә баш тартып буламы ни – торған урынында ут сығара ла баһа улар. Эшләһәң, Алла бирә, өҫтәл тулы һый-ниғмәт, тип йырланы Артур менән Рәмилә. Ә улар эшләй. Ғаилә хужаһының ҡайҙа эшләүенә (белһендәр, әйҙә, көнләшһендәр) тоҫмаллатып:

Ирем минең бик шәп эшләй,

Нәшәлниктәре Зиннур,-

тип таҡмаҡ әйттеләр (Һүҙ Зиннур Исхаҡов хаҡында). Балаларының береһе республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып ҡайтты, икенсе малайҙары ла бик шуҡ, тормошта юғалып ҡалмаҫтар.

Бахмуттар ҙа бынамын тигән клуб ремонтланып ята, бында ҡайһы бер ҡалалар ҙа көнләшер, мәҙәниәт йорто була тиҙҙән, тип яҙҙыҡ беҙ, ә әлегә, клуб әҙер булғансы, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, әртистәрҙе шымартып алырға кәрәк. Рзаевтар ғаиләһе, әлбиттә, артист түгел, шулай ҙа мәҙәниәткә мөкиббән ғашиҡ кешеләр. Бының шулай икәнен улар Яңы Мораптал сәхнәһендәге сығыштарында иҫбатланы. Максим һәм Евгения үҙҙәре һымаҡ уҡ матур балалары менән бына шулайыраҡ йәшәй – кәрәк икән, емертеп эшләй ҙә, кәрәк икән, матур итеп күңел дә аса белә икәнен күрһәтте бахмуттар.

Иң оҙон өлөшө визитка булды, ҡалған ярыштар һәғәт тә үтеп китте, тик улары еңел булды, тип әйтеп булмай. Төрлө станциялар аша үтеп ғаиләләр үҙҙәрен төрлө һөнәргә лә эйә икәнен күрһәтергә тейеш ине. Әкиәт, спорт, мажара, бейеү станцияларында визиткала асылып бөтмәгән таланттары асылды. Спорт станцияһында, мәҫәлән, ярайһы ғына ҡорһаҡтары беленә башлаған атайҙар әллә ниндәй акробатик хәрәкәттәр яһай алды. Ҡайһы бер ғаилә ағзалары йәшерәк саҡтарында, бәлки, бейергә оялып клуб стенаһын арҡаһы менән ышҡып торғандыр, бында инде экранда күрһәтелгән караоке һымаҡ бейеү хәрәкәттәрен шулай итеп башҡарҙылар – теләһә ниндәй Цескаридзе, Мигель һымаҡтар ары торһон. Ысынлап та, ғаилә өсөн барыһына ла әҙер икәндәрен күреү үҙе бер күңелле тамаша булды.

Ысынында, Йәш ғаилә конкурсында ҡатнашып, беҙҙә матур ғаиләләр бар икәнен күрһәткән парҙар һәм уларҙың сабыйҙары был көндө барыһы ла йондоҙ булды. Үҙҙәренең дә барыр тормош юлдарын бәхет йондоҙо балҡытып торһа ине.

Йәл, аҡсаһыҙлыҡ заманы, һәр береһенә берәр машина биргәндә лә артыҡ булмаҫ ине, бөгөнгө демография насар, ауыл бөтә тип хафаланып йәшәгән заманда талантлы ла, тоғро ла, егәрле лә ғаиләләр бар икәнен күреү район киләсәгенә ышаныс уятты.

P.S. Район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, ниңә һәр сарала гел бер төрлө кешеләр, бер үк силәүиттәр ҡатнаша, тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Мораптал, Ермолаево икешәр ғаилә әҙерләгән был конкурсҡа, ә ҡалғандар ҡайҙа? Әллә уларҙа йәштәр юҡмы? Бындай сараларға бармаҡ аша ҡарау кәрәкмәй, улар район өсөн бик мөһим, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу - ауыл хакимиәттәре эшенең бер күрһәткесе ул, тине.
Читайте нас: