Все новости
конкурстар
30 Ноября 2018, 14:01

КӨЙӨРГӘҘЕ ШӘЛДӘРЕ – КҮҘ ТӨШӨРМӘҪ КЕМДӘРҘЕ!

28 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем Өфө ҡалаһында 11-се тапҡыр «Башҡорт шәле-2018» Республика фестиваль-конкурсы үтте. Был конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан беренсегә өс көн буйы Бөтә Рәсәй кимәлендә халыҡ ҡул эше оҫталарын йыйып, Әсә көнөнә бағышлап ойошторҙо.

28 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем Өфө ҡалаһында 11-се тапҡыр «Башҡорт шәле-2018» Республика фестиваль-конкурсы үтте. Был конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы тарафынан беренсегә өс көн буйы Бөтә Рәсәй кимәлендә халыҡ ҡул эше оҫталарын йыйып, Әсә көнөнә бағышлап ойошторҙо.


Әлеге көндә Өфө ҡалаһында үткән күргәҙмәгә инеү менән күҙҙәр ҡамашты! Бында ниндәй генә һүрәттәр менән, ниндәй генә шәлдәр юҡ та, ниндәй генә ағастан юнып эшләнгән сувенирҙарҙан ҡул эштәре юҡ! Аҡсаң ғына булһын, теләгәнен һатып алырһың! Әйткәндәй, районыбыҙ был бәйгелә йыл һайын әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы призлы урындар алып, лауреаттар булып килде. Шәл оҫталарыбыҙға күҙ теймәһен! Был юлы ла улар реклама ролигында матур сығыш яһап, командалар араһында 3-сө урынды алып, лауреат булдылар. Оҫталар конкурсында ҡатнашырға: Лилиә Рахманғолова (Ермолаево ауылы), Земфира Хөсәйенова (Зәк-Ишмәт ауылы), Ғилминур Һөйәрембәтова (Зәк-Ишмәт ауылы), Вәсилә Ғәббәсова, Рәмзиә Ғәббәсова, Гүзәлиә Сәғитова (Кинйәбай ауылы), Гөлнара Ғәлләмова (Яңы Муса ауылы), Зарима Боҫҡанова (Ҡотлоюл ауылы), Розалия Әхийәрова (Шәбәғыш ауылы) теләк белдерҙе. Жюри еңеүселәрҙе ике көн эсендә билдәләне. Беҙҙең ҡыҙҙарҙың эштәрен төрлө номинацияларҙа билдәләнеләр. “Иң селтәрле шәл” - Вәсилә Ғәббәсова, “Юғары оҫталыҡ һәм башҡорт мамыҡ шәлдәре халыҡ йолаларын үҫтереүсе” – Лилиә Рахманғолова, Минжиһан Ниғмәтова, Ғилминур Һөйәрембәтова, Рәмзиә Ғәббәсова, Гүзәлиә Сәғитова, Гөлнара Ғәлләмова, Зарима Боҫҡанова.

Һығымта яһарға ла, уйланырға ла урын бар. Йыл һайын үткәрелгән был конкурста Ейәнсура районы менән сағыштырғанда беҙҙең ҡул эштәребеҙ, шәлдәребеҙ кимәле ҡайтыша башланы. Киләһе йылға шәл оҫталарыбыҙҙан ауыл кәзәһе мамыҡтарынан шәлдәр менән бергә матур ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, свитерҙар, түшелдеректәр ҙә көтөп ҡалабыҙ. Был һеҙҙең үҙегеҙгә тауарҙарығыҙҙы һатып аҡса эшләп донъя көтөргә лә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: