Все новости
конкурстар
4 Декабря 2018, 11:48

ҠАЛАНЫҢ ИҢ ШӘП ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ БИЛДӘЛӘНДЕ

1 декабрҙә ҡаланың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында оло сара уҙҙы. Был көндө «Күмертау ҡалаһының беҙҙең заман героиняһы» Ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды һәм шулай уҡ ҡалабыҙҙың башҡа иң шәп ҡатын-ҡыҙҙары билдәләнде.

1 декабрҙә ҡаланың Күмерселәр мәҙәниәт һарайында оло сара уҙҙы. Был көндө «Күмертау ҡалаһының беҙҙең заман героиняһы» Ҡала конкурсына йомғаҡ яһалды һәм шулай уҡ ҡалабыҙҙың башҡа иң шәп ҡатын-ҡыҙҙары билдәләнде.


«Күмертау ҡалаһының беҙҙең заман героиняһы» Ҡала конкурсында үҙҙәренең тормоштарын һәм тирә-яҡ мөхитте яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышыусы 52 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе маҡтауға һәм еңеүгә лайыҡлы, һәр береһе үҙенсәлекле, төрлө яҡлы талант эйәһе.

Шулай итеп, «Күмертау ҡалаһының беҙҙең заман героиняһы» титулына 9 балаға ғүмер бүләк иткән, Маяҡ ҡасабаһында йәшәүсе Альбина Корнилова лайыҡ булды. 5-се һанлы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Байбулатова «Интернет танылыуы» алды. Эшҡыуар, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре оҫтаһы, 3 бала әсәһе Айгөл Юлдыбаева «Традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеп сыҡһа, 3-сө һанлы китапхана хеҙмәткәре, оҫта ҡуллы Әлфиә Дәүләтшинаға «Ижади шәхес» тигән маҡтаулы исем бирелде. Тормош иптәше аварияла һәләк булып, береһенән-береһе бәләкәй 4 бала менән тороп ҡалған, һуңынан эшҡыуар булып киткән Гөлсинә Зиннәтуллина лайыҡлы рәүештә «Көслө ҡатын-ҡыҙ» номинацияһын яуланы. Тормош юлында бик күп ауырлыҡтарға осраһа ла, бирешмәгән, барлыҡ кәртәләрҙе аша атлап сыҡҡан, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Мөхәмәтйәрова «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһы еңеүсеһе булды. Шулай уҡ байрам сараһында ҡалабыҙҙың бер ауырлыҡҡа ла бирешмәгән, көслө ҡатын-ҡыҙҙары Алина Йәмилова, Рәмилә Маннанова, Светлана Рәхимова, Гөлнара Ҡорбанғәлиева һәм башҡалар төрлө номинацияларҙа бүләкләнде.

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ҡулынан был көндө ҡалабыҙҙың бик күп ҡатын-ҡыҙҙары бүләктәр алды. Башҡортостанда үткән «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе 2018» конкурсында еңеп сығыусылар — Республика политехник лицей-интернаты директоры Римма Ғөбәйҙуллина, Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор коллективы ағзаһы Мәйсәрә Хәлилова, күп балалы әсә һәм ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы ағзаһы Әлфиә Яппарова «Милләт әсәһе» Миҙалы менән бүләкләнделәр.

Шулай уҡ башҡорт халҡы мәҙәниәте өлкәһендә оло һөҙөмтәләргә ирешеүсе, лайыҡлы балалар тәрбиәләүсе, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы ҡалабыҙҙың маҡсатҡа ынтылышлы лидерҙары «Милләт әсәһе» грамоталары менән бүләкләнделәр.
Читайте нас: