Все новости
конкурстар
7 Декабря 2018, 11:50

СӘСКӘЙҘӘРЕҢ ТОЛОМ-ТОЛОМ

Нескә билле, зифа буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, тыйнаҡ, сабыр, уңған, гүзәл, уҡыуҙа алдынғы булған ҡыҙға нисек һоҡланмайһың. Бигерәк тә оҙон ҡалын сәс толомло ҡыҙҙарҙы күреү хәҙерге ваҡытта үҙе бер ҡыуаныс.

Нескә билле, зифа буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, тыйнаҡ, сабыр, уңған, гүзәл, уҡыуҙа алдынғы булған ҡыҙға нисек һоҡланмайһың. Бигерәк тә оҙон ҡалын сәс толомло ҡыҙҙарҙы күреү хәҙерге ваҡытта үҙе бер ҡыуаныс.


Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда үткән “Оҙон толом” бәйгеһе бының бер дәлиле булды. Байрамдың беренсе өлөшөндә “Ағинәйҙәр кәңәшен тотоғоҙ” тип элекке ваҡытта сәстәрҙе нисек тәрбиәләгәндәре: ҡатыҡ, эркет һыуы, ялтырап торһон өсөн хатта йомортҡа менән дә йыуғандары шулай уҡ ҡыҙ балаға сәсен кеше алдында аяҡ өҫтө тарау тыйылғанын, сәсте ултырып, теҙ өҫтөнә япма йәйеп, бер бөртөгөн дә ситкә төшөрмәй, йыйып ҡуйырға, ваҡыты менән утта яндырырға тейешлеген һөйләп үттеләр.

Бәйгелә 8 йәштән 12 йәшкә ҡәҙәр ҡыҙҙар ҡатнашты. Үҙҙәре менән таныштырыу, сәстәренең оҙонлоғон үлсәү, интеллектуаль һорауҙарға яуаптар биреү, ижади бәйге, матур күлдәктәрҙә мода күрһәтеү үҙе бер мөғжизә булды. Оҙон толомдарға әсәләре килешле, зауыҡлы прическалар ҙа эшләне. Бәйгелә ҡатнашҡан ҡыҙҙарға дәрт, көс биреп торған көйәрмәндәр үҙҙәренең дәртле лә, моңло ла йырҙарын бүләк итте. Оҙон толомдарҙы тәрбиәләү, тарау, үреп ҡуйыу кеүек тәрбиәүи сараларҙың береһе, әти-әниҙәребеҙҙән бирелгән ғәҙәт.

Был бәйгенән һуң, оҙон толомло наҙҙарыбыҙ тағы ла артыр тигән уй тыуҙы. Бәйгене баһалаусы жюри ағзалары Венера Кинжәлиева, Гөлнара Өмөтбаева, Тимур Шәмсетдинов бик ғәҙел булдылар.

Бәйгене тамамлау өлөшөндә гран-при яулаусы Алһыу Таңатарованың әтейе Әхәт Таңатаровтың “Яратығыҙ” тигән йырҙы башҡарыуы тамашасыларға оҡшаны. Матур бәйге тамамланғас, барыһы ла торт менән тәмләп сәй эстеләр.

Байрамды үткәреүҙә ярҙам иткән әтей-әнейҙәргә, спонсор ярҙамы күрһәткән “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Песецкаяға, “Арзан” магазины хужаһы Мәрүәр Сәғәҙиеваға, “Попути” магазины хужаһы Лилиә Иҫәнбаеваға ҙур рәхмәтлебеҙ. Пәйғәмбәребеҙ туған Мәүлит айы, йома көнө балаларға шатлыҡ өләшкәндәре өсөн Аллаһы Тәғәлә үҙҙәрен ололаһын.
Читайте нас: