Все новости
конкурстар
11 Января 2019, 14:02

ҺИГЕҘЕ ЛӘ СИБӘРҘӘР

Үткән аҙнала Мораптал мәҙәниәт йортонда матурлыҡ бәйгеһе үтте. Унда һигеҙ ҡыҙ “Мораптал һылыуы” исеме өсөн көс һынашты.

Үткән аҙнала Мораптал мәҙәниәт йортонда матурлыҡ бәйгеһе үтте. Унда һигеҙ ҡыҙ “Мораптал һылыуы” исеме өсөн көс һынашты.


Гүзәллек бәйгеһендә һылыуҡайҙарҙың матурлығы, нескәлектәре, белем кимәлдәре төрлө һынауҙар һәм конкурстар аша асылды. Конкурстың тәүге һынауы – үҙең менән таныштырыу ине. Һәр ҡыҙ үҙе, хыялдары һәм ғаиләһе тураһында һөйләне. Әйтелгәндәр тамашасы күңеленең нескә ҡылдарын тирбәтһен өсөн һылыуҡайҙар һүҙ оҫталыҡтарын, төрлө алымдар, шиғри юлдарҙы файҙаланды. Артабанғы һынау Театр йылына арналғайны. Унда ҡыҙҙар, үҙҙәренең актерлыҡ оҫталыҡтарын күрһәтеп, спектаклдән өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Интеллектуаль бәйгелә лә сибәрҙәр юғалып ҡалманы, һәр бирелгән һорауға тапҡыр яуап ҡайтарҙылар. Ижади һәләттәрен күрһәткәндә ҡыҙҙарҙың моңло йырҙары йөрәккә үтеп инһә, дәртле бейеүҙәре күңелдәрҙе елкендерҙе. Һуңғы булған дефиле конкурсында һомғол буйлы сибәрҙәрҙе күреү тағы ла матурлыҡҡа ғашиҡ иттерҙе.

Һәр ваҡыттағыса, халыҡ, зал тултырып, Морапталдың иң гүзәл, ҡыйыу һәм матур ҡыҙҙарын күрергә, йыйылғайны. Ҡыҙҙарҙың һәр сығыштары көслө алҡыштарға күмелде. Сара көйәрмәндәрҙең йыр һәм бейеүҙәре менән дә үрелеп барҙы.

Бәйгене матур итеп яңы хеҙмәткәребеҙ Юлиә Ибраһимова алып барҙы. Ул ҡыҙҙарҙы дәртләндереп тә, ҡеүәтләп тә торҙо. Ә инде сибәрҙәрҙе баһалаусы жюри ағзалары Миләүшә Төхфәтуллина, Ринат Мостафин, Розалина Ибраһимова барыһына ла ғәҙел баһа бирҙе.

Күркәм сарала спонсор ярҙамы күрһәтеүсе, ҡыҙҙарға матурлыҡ бүләк итеү сертификаттары таратыусы Эльвина Әхмәтоваға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай уҡ сарала ҡатнашҡан ҡыҙҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә лә ҙур рәхмәт. Улар балаларына зауыҡлы күлдәктәр алғандар һәм уларға дәрт-көс өҫтәп көслө ҡул сабыуҙарға күмделәр.


Гран-при – Әлфизә ҒӘЛИМОВА;

1-се урын – Айзилә БУРАНОВА;

2-се урын – Гөлназ НИҒМӘТУЛЛИНА;

3-сө урын – Алина ЮЛДАШЕВА;

“Тамашасы һөйөүе” – Гөлнара СӘЙФУЛЛИНА;

“Иң гүзәл” – Азалия ИСХАҠОВА;

“Иң зирәк” – Гөлнара БӘШИРОВА;

“Иң һөйкөмлө” – Азалия КАЗБЕКОВА



Читайте нас: