Все новости
конкурстар
12 Февраля 2019, 14:36

БАЯЗИТ БИКБАЙ ПРЕМИЯҺЫНА КОНКУРС

Башҡортостан Республикаһының яҙыусыһы, шағиры һәм драматургы Баязит Бикбайҙың 2019 йылда тыуыуына 110 йыл тула, шул уңайҙан Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең наградалауҙар һәм дәртләндереүҙәр буйынса комиссияһы Баязит Бикбай исемендәге премияға конкурста ҡатнашыу өсөн документтар тапшырыу башланыуы хаҡында иғлан итә.

Һөнәри һәм башлап ижад итеүсе таланттарҙы премияға тәҡдим итеү хоҡуғына әҙәби-ижади, ижади берекмәләр, уҡыу йорттары, хеҙмәт коллективтары һәм айырым граждандар эйә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн коллектив йыйылыштың протоколын, наградалауҙар һәм дәртләндереүҙәр буйынса комиссия рәйесе исеменә үтенес ҡағыҙын, портфолио тапшырырға кәрәк.
Үҙ-үҙеңде күрһәткәндә конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза, персональ мәғлүмәттәр күрһәтелгән характеристика, портфолио тапшырырға кәрәк.
Документтар 2019 йылдың 30 апреленә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Көйөргәҙе районы, Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 10, 204-се кабинет. Белешмәләр өсөн телефон: 6-11-69.
Конкурс тураһындағы положение Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтенең рәсми сайтында (https://kuyurgasa.bashkortostan/ru) Эшмәкәрлек/ Комиссиялар/ Хакимиәттең наградалауҙар һәм дәртләндереүҙәр комиссияһы бүлегендә (https://kuyurgasa.bashkortostan/ru/documents/85343, https://kuyurgasa.bashkortostan/ru/documents/189067) урынлаштырылған.
Читайте нас: