Все новости
конкурстар
19 Февраля 2019, 14:21

Батыр ҙа, һылыу ҙа бар

Үткән шәмбе районыбыҙҙың Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда йолаға әүерелеп “Һылыуҡай – 2019” һәм “Көйөргәҙе батыры – 2019” бәйгеһе үтте. Быйыл бәйге Театр йылына һәм Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналды.

Үткән шәмбе районыбыҙҙың Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда йолаға әүерелеп “Һылыуҡай – 2019” һәм “Көйөргәҙе батыры – 2019” бәйгеһе үтте. Быйыл бәйге Театр йылына һәм Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арналды.

Тәүге һынау һәр ваҡыттағыса таныштырыуҙан башланды. Конкурсанттар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, киләсәккә ҡуйған маҡсаттары менән бүлеште. “Беҙ театр артистары” тип аталған ижади конкурста М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектакленән өҙөктәр сәхнәләштерҙеләр. Шулай уҡ бәйгеселәр үҙҙәренең таланттарын йыр һәм бейеү аша ла асып һалды. Уларҙың һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде.

Гран-при – Рәзилә ИБРАҺИМОВА (Яҡшымбәт мәҙәниәт йорто);

1-се урын – Әлиә КИЛМӘТОВА (Таймаҫ мәҙәниәт йорто);

2-се урын – Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА (Ҡалта клубы);

3-сө урын – Айзилә КИЛМӘТОВА (Яҡуп клубы);

“Тамашасы һөйөүе” номинацияһында - Азалия ИСМӘҒИЛОВА (Йомағужа клубы) һәм Гөлназ НИҒМӘТУЛЛИНА (Мораптал мәҙәниәт йорто).

Гран-при – Дамир ТИМЕРБАЕВ (Тимербай клубы);

1-се урын – Артур АҘНАБАЕВ (Мораптал мәҙәниәт йорто);

2-се урын – Альмир РАХМАНҒОЛОВ (Яҡуп клубы);

3-сө урын – Радмир ШӘМСЕТДИНОВ (Йомағужа клубы);

“Ҡыйыу егет” номинацияһында - Илназ УРАЗБАЕВ (Ҡансыра клубы).
Читайте нас: