Все новости
конкурстар
26 Февраля 2019, 15:36

Мәрхәмәтлеләр

Ҡышын ҡоштарға бик ауырға тура килә. Шуға күрә кешеләргә яҡыныраҡ булырға тырышалар, уларҙан ярҙам, мәрхәмәтлелек көтәләр.

Ҡышын ҡоштарға бик ауырға тура килә. Шуға күрә кешеләргә яҡыныраҡ булырға тырышалар, уларҙан ярҙам, мәрхәмәтлелек көтәләр. «Торнаҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән өлкән төркөмдәге малайҙар, шуны яҡшы аңлап, аталары менән бергәләшеп тағараҡтар эшләнеләр, уларҙы ағастарға элделәр.

Балалар көн һайын тағараҡтарҙы ҡарҙан таҙарталар, уларға ем һалып сығалар, хатта ниндәй ҡоштар осоп килде икән, тип биноколдән күҙәтәләр. «Емде ашанылармы?» - тип ҡыҙыҡһыналар, ашамаһалар, «Ниндәй ем алып киләйек?» - тип һорайҙар.

Беҙ балаларыбыҙҙың шундай ҙур йөрәкле, мәрхәмәтле булғандарына шатланабыҙ.
Читайте нас: