Все новости
конкурстар
5 Марта 2019, 14:36

Егеттәр һынатманы

Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә һәм Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 30 йыллығына арналған «Йәгеҙ әле, егеттәр!» район конкурсына үҙҙәренең уҡыу йортарының данын яҡлар өсөн райондың 11 мәктәбе уҡыусылары йыйылды.

Конкурста ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Шамиль Зиятдинов сәләмләне һәм уңыштар теләне. Винтовканан атыу, противогаз кейеү, автоматты ҡороп-һүтеү, күтәрелеү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү ярыштарында уҡыусылар һынатманы. Ойоштороусылар был йәһәттән уларҙың уҡытыусыларына рәхмәт белдерә. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса:

1-се урында — Яңы Таймаҫ гимназияһы;

2-се урында — Ермолаевоның 1-се мәктәбе;

3-сө урында — Керәүле-Илюшкин һәм Бөгөлсән мәктәптәре.

Шулай уҡ һәр төр ярыштың иң-иңдәре билдәләнде.
Читайте нас: