Все новости
конкурстар
7 Марта 2019, 15:23

Милләт әсәләре беҙҙең арала

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холлында «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән III Республика конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Был көндө бында төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарыбыҙ оло йыйынға йыйылды.

Өфөнөң «Торатау» Конгресс-Холлында «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» тигән III Республика конкурсының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Был көндө бында төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған гүзәл заттарыбыҙ оло йыйынға йыйылды.

Иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотларға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбирова, «Берҙәм Рәсәй»партияһының Башҡортостандағы төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров, 4 тапҡыр Олимпия чемпионы Александр Тихонов килгән.

Конкурс 2 турҙа - муниципаль һәм республика кимәлендә ойошторолдо. Бында бөтәһе 300 заявка ҡабул ителгән. Бар өлкәләрҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәргә, республика буйынса 12 кешегә Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал тапшырылды. Улар араһында Күмертауҙан, РПЛИ директоры Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаның да булыуы беҙҙе бигерәк тә ҡыуандырҙы.

Көйөргәҙе районынан был конкурста 18 кеше ҡатнашҡан. Таймаҫ ауылынан Рәйлә Ноғман ҡыҙы Зәйнуллина «Ҡатын-ҡыҙ — үрнәк» номинацияһында еңеү яулап, Диплом, кубок һәм бик күп ҡиммәтле бүләктәр алып ҡайтты. Яңы Мораптал ауылының «Алһыу» балалар баҡсаһы мөдире Фәйрүзә Карамат ҡыҙы Закирова, тәрбиәсе Земфира Хәниф ҡыҙы Ғүмәрова «Берҙәм Рәсәй» партияһының, ә уҡытыусы-логопед Роза Рәфис ҡыҙы Хәйбуллина Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Был мәртәбәле ярышта ҡатнашҡан гүзәл заттарыбыҙҙың барыһына ла финалға сығыусылар дипломы тапшырылды.
Читайте нас: