Все новости
конкурстар
12 Марта 2019, 13:14

РПЛИ-ның 7 мөғжизәһе

Яҙҙың йәмле бер көнөндә уҙғарылған «Һылыуҡай -2019» конкурсында жюри ағзаларын береһенән-береһе сибәр РПЛИ-ның 7 мөғжизәһе әсир итте.

Яҙҙың йәмле бер көнөндә уҙғарылған «Һылыуҡай -2019» конкурсында жюри ағзаларын береһенән-береһе сибәр РПЛИ-ның 7 мөғжизәһе әсир итте.

Таймаҫтан Диана Солтангәрәева, Ырымбур өлкәһе Иманғол ауылынан Элида Әбүшахмина, Илкәнәйҙән Нәркәс Ҡотломбәтова, Ейәнсуранан Разалина Аҙнабаева, Ырымбур өлкәһе Мәҡсүт ауылынан Фаягөл Ишбирҙина, Ейәнсуранан Камила Усманова, Федоровка районынан Нәркәс Маликова тәүге танышыу бәйгеһенән үк үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтергә өлгөрҙө. Бейеү ярышында уларҙың һомғоллоғона хайран ҡалмаған кеше ҡалмағандыр. Театр йылына арналған «Актерлыҡ оҫталығы» конкурсына РПЛИ гүзәлдәре бигерәк тә тырышып әҙерләнгән, ысын артистарҙан кәм уйнаманылар. Шулай ҙа иң ҡыҙыуы ижади конкурс булғандыр. Бында һәр сибәр үҙенә генә хас булған маһирлығын күрһәтте. Быны гел ир-егеттәрҙән генә торған жюри ағзаларының телһеҙ ҡалып, тын да алмай ҡарап ултырыуҙарынан да һиҙергә була ине. Иң аҙаҡҡы «Ҡурсаҡ» тип аталған бәйгелә ҡыҙҙар күҙҙҙәрҙе ҡамаштырырлыҡ матур-матур кейемдәрҙә сығыш яһаны.

Һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Жюри ағзалары бик оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ниһайәт, урындар билдәле булды. Гран-приға Нәркәс Маликова лайыҡ булды. Беренсе урынды Диана Солтангәрәева яуланы. Икенсе урынға — Нәркәс Ҡотломбәтова, өсөнсөгә Элида Әбүшахмина сыҡты. Разалина Аҙнабаева - «Иң һөйкөмлө һылыу», Фаягөл Ишбирҙина - «Наҙлы һылыуҡай», Камила Усманова - «Иң һомғол һылыу» номинацияларына эйә булды.

Жюри ағзаһы булған «Юшатыр» гәзите редакцияһы ла бүләкһеҙ килмәгән ине. Үҙенең махсус призын һәм дипломды улар театр йылына арналған конкурста үҙен ысын талант эйәһе тип танытҡан Разалина Аҙнабаеваға тапшырҙы. РПЛИ директоры Рима Ғөбәйҙуллина ла «Юшатыр» гәзите редакцияһы мөхәррире Малик Ильясовҡа оло ихтирамын белдереп, Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Читайте нас: