Яңы Мораптал ауылының мәҙәниәт йортонда 5-се тапҡыр «Уйнағыҙ гармундар» тип аталған гармунсылар конкурсы уҙҙы.
Бәйгегә Мәләүез районы Ергән, Ҡаран ауылдарынан, Мәләүез ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән, Аллабирҙе, Октябрьский, Иманғол ауылдарынан һәм шулай уҡ Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал ауылдарынан 15 гармунсы ҡатнашты.
Жюри ағзалары - «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Зөлфирә Эйтерник, мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Азамат Туйгилдин менән Геннадий Попов бик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң, Гран-приға Иҫке Мораптал ауылынан Рауил Амангилдинды лайыҡ тип тапты. 1-се урынға Ергән ауылынан Эльвира Асҡарова, 2-се урынға Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Абдул егете Рафаэль Насиров, 3-сө урынға Яңы Морапталдан Наурат Әбделмәнов сыҡты. Конкурста ҡатнашыусы иң оло гармунсы, Яңы Морапталдан 72 йәшлек Камил Таңатаров «Тамашасы һөйөүен» яуланы. Ауылдашыбыҙ Рәжәп Юлбарисов та ике төрлө гармун телдәрен байҡап, тамашасы күңелен яуланы һәм «Иң оҫта гармунсы» номинацияһында билдәләнде. Уға беҙҙең даими спонсорыбыҙ Рәис Шәмсетдинов 3 литр бал бүләк итте. Шуны ла әйтеп үтке килә - элек Морапталда Саратов гармунында ғына уйнаусылар 11 кеше булһа, әлеге көндә уларҙың тик береһе генә — Рәжәп Рамаҙан улы ғына иҫән.
Матур бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырҙы. Гармунсыларыбыҙ гармунда уйнап ҡына ҡалманы, моңло итеп йырланылар ҙа. Ҡаран ауылынан Гөлсәсәк Солтанғолова, Яҡутта йәшәүсе Мораптал егете Марат Басбеков һәм башҡалар үҙҙәренең моңло тауыштары менән дә тамашасы күңелен яулап өлгөрҙө. Шулай уҡ ошо конкурсты үткәреүгә ҡеүәтләп тороусы, беҙгә көс-дәрт өләшеүсе ауылдашыбыҙ Ильяс Вахитовҡа рәхмәтлебеҙ.
Киләсәктә лә ауылдарҙа гармун моңдары тынмаһын, йәштәребеҙ тылсымлы музыка ҡоралында уйнарға өйрәнһен һәм балаларҙа гармун моңона һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелә бындай саралар. Киләһе йылдарҙа был конкурс район кимәлендә үткәрелһә, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Ойоштороусыларҙың, спонсорҙарҙың, ҡатнашыусыларҙың һәм беҙҙең хөрмәтле тамашасыларыбыҙҙың барыһына оло рәхмәт белдерәбеҙ.