Все новости
конкурстар
26 Марта 2019, 13:42

Һандуғастар төйәге

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында йыл да «Гимназия һандуғасы» йыр бәйгеһе уҙа. 27-се тапҡыр уҙғарылған быйылғы сарала 30 йырсы ҡатнашты.

3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында йыл да «Гимназия һандуғасы» йыр бәйгеһе уҙа. 27-се тапҡыр уҙғарылған быйылғы сарала 30 йырсы ҡатнашты.

Гимназияның һандуғастары, бер-бер артлы сығып, моңло йырҙары менән залда ултырған тамашасыларҙың да, жюри ағзаларының да һушын алды. Һәр бер йырсының сығышы көслө алҡыштар менән оҙатылды. Һәр сығыш яһаусыға көйәрмәндәре гөлләмәләр бүләк итә. «Юшатыр» гәзите редакцияһына ла ошондай матур тамашаның шаһиты булыу бәхете тейҙе. Үҙебеҙҙе һандуғастар төйәгенә эләккәндәй хис иттек. Яҙҙың матур бер кисендә 3-сө БРГИ йондоҙҙары беҙгә ошо миҙгел кеүек йәмле вокал мөғжизәһе бүләк итте. Шуны ла әйтеп үтер кәрәк — был йыр бәйгеһендә гимназияның уҡыусылары ғына түгел, ә шулай уҡ уҡытыусылары ла ҡатнашты.

Жюри ағзалары — 3-сө БРГИ-ның директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡанов, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Флүзә Шәкүр ҡыҙы Юламанова, сит телдәр уҡытыусыһы Әлфиә Хөснулла ҡыҙы Сәлихова, РПЛИ-ның музыка уҡытыусыһы Йәмил Заһрый улы Рафиҡов, «Юшатыр» гәзите мөхәррире Малик Ильясовҡа еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы. Бик оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Гран-при алыу өсөн иң лайыҡлыһы тип Регина Тоҡомбәтова танылды. Төрлө категорияларҙа 1-се урынды Наҙгөл Ишдәүләтова, Нурзилә Йәмилова, Рим Риф улы Вәлмөхәмәтов, 2-се урынды Наҙгөл Байбулатова, Эльвина Әбсәләмова һәм Земфира Ирек ҡыҙы Усманова менән Рәзилә Фәйзуллина, 3-сө урынды Эльнара Рысбаева, Рөстәм Сәлихов һәм Камила менән Ләйсән Йомағоловалар яуланы.

«Юшатыр» гәзите редакцияһы үҙенең махсус призын һәм дипломын Камила Йомағоловаға тапшырҙы. Башҡа конкурсанттарҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Ошо матур проекттың етәксеһе — 3-сө БРГИ-ның музыка уҡытыусыһы Йәүҙәт Авғанур улы Усманов һәр йылдағыса йыр бәйгеһендә еңеүселәргә үҙ исеменән аҡсалата бүләктәр таратты. «Конкурсты ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн директорыбыҙ Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡановҡа, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Ирек ҡыҙы Усмановаға һәм өлкән тәрбиәсе Маһинур Мәсғүт ҡыҙы Бикбердинаға, сараны күңелле итеп алып барыусылар Рәзилә һәм Розалина Ибраһимоваларға оло рәхмәт белдерәм. Шулай уҡ йырсыларыбыҙға бүләк алырға ярҙам иткән спонсорҙарыбыҙ Нурия һәм Фәиз Хәлиловтарға, Мәйсәрә Иҫәнсуринаға рәхмәтлебеҙ», - ти Йәүҙәт Усманов.
Читайте нас: