Все новости
конкурстар
5 Апреля 2019, 13:24

Йолаға әүерелер

Үткән шишәмбе көндө Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә федераль дәүләт белем биреү стандарты темаһына КВН үтте.

Үткән шишәмбе көндө Ермолаевоның 1-се һанлы мәктәбендә федераль дәүләт белем биреү стандарты темаһына КВН үтте.

“ФГОС ил буйлап атлай” тип аталған бәйгелә районыбыҙҙың Илкәнәй, Яҡшымбәт, Зәк-Ишмәт, Аҡһары, Павловка, Керәүле-Илюшкин белем биреү усаҡтарының уҡытыусылары көс һынашты. Улар ФГОС буйынса белемдәрен һәм үҙҙәренең ижади һәләттәрен ярышта тулыһынса асып һалды.

“Беҙҙең районда…” тигән исем аҫтында танышыу булды. Төрлө замандағы уҡыу процестарын бик оҫта сәхнәләштерҙе улар. “ФГОС паутинаһы”нда разминка күрһәтелде. Һәр конкурс ҡыҙыҡлы үтте. “Ә беҙҙә бер һорау, ФГОС нимәгә беҙгә?” тип капитандар араһындағы көс һынашыу ҙа һәм өй эше булған «Много трепета принёс педагогам ФГОС» тип аталған бәйгене лә конкурсанттар уңышлы башҡарҙы. Бөтә командалар ҙа көслө сығыш яһаны, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, тик уйын булғас урындар ҙа билдәләнде.

Сара һуңында мәғариф бүлегенең баш инспекторы Елена Кирюшина конкурсанттарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте:

- Районыбыҙҙа бындай ярыш тәүге тапҡыр үткәрелһә лә, уҡытыусыларыбыҙ үҙҙәренең сығыштары менән хайран ҡалдырҙы. Улар беҙгә онотолмаҫлыҡ сара бүләк итте. Педагогтарыбыҙ араһында КВН үткәреү киләсәктә районыбыҙҙа матур бер йолаға әүерелер, тип уйлайым. Һәр команда ла юғары кимәлдә әҙерләнгән, лайыҡлы сығыш яһағанығыҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт.
Читайте нас: