Все новости
конкурстар
23 Апреля 2019, 15:20

Кемдең «дөлдөлө» шәп?

Кисә Керәүле ауылында “Иң яҡшы трактор” исемле конкурс үтте. Унда шәхси хужалыҡтар тракторсылары ҡатнашты.

Кисә Керәүле ауылында “Иң яҡшы трактор” исемле конкурс үтте. Унда шәхси хужалыҡтар тракторсылары ҡатнашты. Тракторҙарҙың хәүефһеҙ ҡулланыу сифатын арттырыу маҡсатында үткәрелгән сарала тимер дөлдөлдәрҙең төҙөклөгө, бар талаптарға ла яраҡлылығы тикшерелде. Уны район Дәүләт техник күҙәтселеге инспекцияһы начальнигы Николай Булгаков, Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов, ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Мотаһар Ибраһимов, Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов үткәрҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынды Керәүле-Илюшкин ауылынан Сергей Васильев алды. Икенсе урынға Павловка ауылынан Федор Егоров сыҡһа, 3-сө урынды Ямаштан Мөхәмәт Кинйәбаев яуланы. Еңеүселәр дипломдар һәм Керәүле-Илюшкин ауыл советы әҙерләгән бүләктәр менән бүләкләнде.
Читайте нас: