Кисә Зәк-Ишмәттә һауынсыларҙың һәм малдарҙы яһалма ҡасырыусы техниктарҙың XXIV район конкурсы уҙҙы. Бында 17 һауынсы һәм 12 яһалма ҡасырыусы үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарында ярышты.
Сараны асып, Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәүеф Намаҙғолов конкурсанттарға уңыштар теләне. Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов:
- Ауыл советында 14 фермер хужалығы эшләп килә. Шуларҙың иң ҙуры булған Әнүәр Усмановтың хужалығында бөгөнгө конкурс бара. Ул да ҡасандыр 30 баш малдан ғына башлап ебәргәйне эшен, хәҙер инде хужалыҡта меңләгән баш эре мал иҫәпләнә, - тигән һүҙҙәрен әйтте.
Киров исемендәге хужалыҡтан былтыр яһалма ҡасырыу буйынса еңеүсе Зифа Юнысова менән Шәүәли Вахитов премияһы лауреаты Миңлебикә Аҡһарова һауаға флаг күтәргәс, конкурстың ҡыҙыу өлөшө башланып та китте. Һәр ваҡыттағыса иң тәүҙә конкурсанттар теоретик белемдәре буйынса имтихан тотто. Һуңынан һауынсылар һәм веттехниктар үҙҙәренең һөнәр оҫталыҡтарын күрһәтте. Һауынсылар кем уҙарҙан ваҡытҡа һауын аппаратын һүтеп-йыя башлаһа, яһалма ҡасырыусылар нисек эшләргә кәрәклеге тураһында жюриға ентекле һөйләне. Улар был эштәрҙең барыһын эшләп тә күрһәттеләр. Бер-бер артлы йүгерә-йүгерә конкурсанттар төрлө этаптарҙы үтеп бөткәс, йомғаҡ яһар ваҡыт етте, жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләне.
Тәбрикләү тантанаһында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин ҡатнашыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерҙе, райондың ауыл хужалығы эштәре менән таныштырып үтте, тиҙерәк бесәнгә төшөргә саҡырҙы. «Бындай конкурстар кәрәкме?» тигән һорау торҙо. Әлбиттә, кәрәк. Бында төрлө хужалыҡтарҙа эшләгәндәр танышалар, бер-береһе менән аралашалар, тәжрибә уртаҡлашалар, оҫталыҡтарын арттыралар. Йыл да шулай ҡатнашып тороғоҙ! Бындай конкурстар еңеүселәрҙе билдәләр өсөн генә үткәрелмәй, ә һеҙгә күберәк иғтибар булһын, һеҙ үҙегеҙҙе кәрәкмәгән кеше итеп тоймаһын өсөн дә уҙғарыла», - тине ул.
Сара һуңында конкурста еңеүселәргә диплом һәм аҡсалата премия, башҡа ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә бүләктәр тапшырылды.