Халҡыбыҙ борон-борондан үҙ
еренə ерегеп малсылыҡ, умартаса-
лыҡ, балыҡсылыҡ менəн шөғөллə-
неп донъя көтөп көн иткəн. Һуңғы
йылдар арауығында бəлəкəй ауыл-
дарҙа мəктəптəр менəн бергə, фельд-
шер-акушер пункттары ябылһа,
хəҙер килеп бəлəкəй клубтарыбыҙға
ла ошо аяныс янай. Күп ир-егет-
тəребеҙ, халҡыбыҙ эш эҙлəп Себер,
Мəскəү кеүек ҙур ҡалаларға ябыры-
ла. Лəкин беҙҙең төпкөл ауылдары-
быҙҙа ата-бабаларыбыҙҙың рухын,
аманатын һаҡлап, изге ерҙəн лəззəт
алып йəшəгəн тырыш, уңған халҡы-
быҙ һаман да бар. Ошо һүҙҙəр тап
бына Мəмбəтҡол ауылында йəшə-
гəн сəмле, эш-ер һөйгəн халыҡҡа
ҡағыла ла инде. Улар үткəн йома
көндө беренсегə үткəрелгəн, “Мəм-
бəтҡол - Көйөргəҙенең балыҡтар
төйəге” байрамын да дəррəү
күтəреп алдылар. Ауыл халҡы өс ко-
мандаға бүленеп төрлө ярыштарҙа
ҡатнашып, бергə “Балыҡлы тəм-
лекəстəр” исемле бай күргəҙмə лə
ойошторҙолар. Өҫтəлдəрҙə балыҡ
ризыҡтарынан бешерелгəн ниндəй
генə һый юҡ ине! Əммə Мөнир
Хəйбуллин əҙерлəгəн балыҡ ашына
бер кемдең дə ризығы етмəгəндер.
Афған һуғышында булып ҡайтҡан,
“донъя күргəн” яугир Мөнир Рəжəп
улына Көйөргəҙе районы муници-
паль район хакимиəте башлығының
төҙөлөш һəм торлаҡ коммуналь ху-
жалыҡ буйынса урынбаҫары Марс
Абдулнасир улы Дашкин Башҡор-
тостан Республикаһының йөҙ йыл-
лығына арналған миҙал тапшырҙы.
Палатка ҡороп, усаҡ яғып, балыҡ
тотоп, йомаҡ-мəҡəлдəр, концерт
номерҙары, театрлəштерелгəн та-
машалар, спорт ярыштарында үҙ
көстəрен күрһəтеп ярышҡан ко-
мандалар араһында “Йəйендəр”
беренсе урынға, “Алабуғалар” икен-
се урынға, “Ташбаштар” – өсөнсө
урынға сыҡтылар. Балыҡты оҫта
тотоусылар араһында ла айырым
урын алыусылар табылһа, Мө-
нир Рəжəп улы Хəйбуллиндар ди-
настияһы Шəжəрə “Балыҡсылар
нəҫеле”, ə Тəлғəт Фазлетдин улы
Мырҙағоловтар ғаилəһе “Балыҡ-
сылар ғаилəһе” номинацияһында
бүлəклəнделəр. Ауыл халҡы менəн
ошо фестивалде үткəреү кəрəклеге
бармы һəм ниндəй кимəлдə үтеүе
тураһында анкета-һорау методик
эше алып барылды. Һөҙөмтəлə
бар халыҡ ыңғай тауыштар менəн
яуап биреп, байрамды йыл һай-
ын үткəреү кəрəклеген күтəрҙе.
Инновацион-фестивалде ойошто-
роуға ҙур көс түккəн Мəмбəтҡол
клубы мөдире Гөлнара Фазлет-
дин ҡыҙы Əлибаеваға “Йəшлек”
мəҙəниəт һарайы директоры Зөл-
фирə Ғəзиз ҡыҙы Эйтерник Рəх-
мəт хаты тапшырып эшендə тағы
ла янып эшлəргə телəктəр белдерҙе.
Беҙ, мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəре, Көй-
өргəҙе районы йəштəре ҡоролтайы
рəйесе, эшҡыуар Дамир Миңни-
яр улы Хəйбуллинға, бағыусылыҡ
күрһəткəн ярҙамы өсөн оло рəхмəт-
лебеҙ. Халҡына ярҙам ҡулы һуҙған
етəкселəр, талант эйəлəре барҙа, был
инновацион фестивалде беҙ Төбəк-а-
ра, Республика кимəленə күтəреп,
икенсе йыл Мəмбəтҡол ауылының
Ағиҙел йылғаһының “Ҡыҙыл яр”
буйында 19-20 июндə үткəрəсəкбеҙ.
Ошо көндəрҙə районыбыҙҙың мəҙə-
ниəт бүлегенə кəңəшмəгə Өфөнəн
килгəн Башҡорт халыҡ ижады үҙəге
мəғлүмəт-аналитика һəм методик
эштəр буйынса мөдире Эльми-
ра Хəмит ҡыҙы Йəмлеханова ла:
“Бындай яңы, инновацион фести-
валь Башҡортостанда ла юҡ!”,- тип
башланған эшкə уңыштар телə-
не. Халҡыбыҙ менəн бергə, тырыш
башлығыбыҙ, депутаттарыбыҙ
барҙа, беҙ бары тик алға, яңы үрҙəр-
гə күтəрелəсəкбеҙ. Бəлəкəй ауыл-
дарға юлдар төҙөклəндерелеп, эш
урындары артып, эшҡыуарлыҡ-биз-
нес, туризм үҫеп, йəштəр ауылға
ҡайтыр, тип өмөтлəнəбеҙ. Ауыл-
дарыбыҙ, донъя тотҡалары, гөрлəп
беҙҙең тормошҡа һут бирер!
Йəмилə РАМАҘАНОВА,
“Йəшлек” мəҙəниəт һарайы
режиссёры