“Башҡор шәлдәре” конкурсы районыбыҙҙа биш-алты йыл элек әүҙем үткәрелеп килә ине. Шулай ҙа районыбыҙ оҫталарының Республика кимәлендә үткән шәл байрамында ихлас ҡатнашып, дипломант, лауреат булып, хатта, Гран-при ҙа алып ҡайтҡан саҡтары булды. Быйыл да ошо онотола башлаған йолабыҙҙы кире тергеҙеү өсөн, халҡыбыҙҙың оҫталарын барлау, уларҙың һәм башҡорт шәлдәренең бәҫен күтәреү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Бөтә донъя фольклориадаға бағышлап, Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда “Башҡорт шәле” район конкурс-фестивале үтте. Конкурс ике өлөштән торҙо. Тәүге өлөшөндә шәл бәйләүсе оҫталарҙың ижади күргәҙмәһе ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтарға кәзә йөнөнән бәйләнгән төрлө һүрәт-селтәрҙәр менән бәйләнгән мамыҡ шәлдәр, ойоҡ-бейәләйҙәр, бирсәткәләр ҙә һатып алырға мөмкин ине. Шәл күргәҙмәһендә Кинйәбай, Яҡут, Шәбағыш, Илкәнәй, Зәк-Ишмәт, Мораптал, Мәмбәтҡол ауылдары оҫталары ихлас ҡатнашты. Оҫталар араһында Ғишҡия Килдебаева Гран – при (Мораптал ауылы) алһа, номинацияларҙа “Оҫталыҡ өсөн” - Гәүһәр Мираҫова (Яҡут ауылы), “Иң яҡшы мамыҡ шәл” - Нурия Әхтәмова (Илкәнәй ауылы), “Селтәр шәл”- Нурия Солтанова (Шәбағыш ауылы), “Үҙенсәләекле биҙәк” - Мәҙинә Әлибаева (Мәмбәтҡол ауылы), “Иң йәш оҫта” - Регина Басырова (Шәбағыш ауылы), “Кәзә мамығынан инновацион шәл” - Вәсилә Ғәббәсова (Кинйәбай ауылы) бүләкләнделәр. “Башҡортостан халҡы һөнәрен үҫтергәне һәм һаҡлағаны өсөн” Маҡтау грамотаһы Зәк-Ишмәт мәҙәниәт йортона тапшырылды.
Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов төрлө номинацияларҙа шәл оҫталарына Почет грамоталары тапшырҙы. “Реклама ролигы” исемле ярышта ижади коллективтар араһында Кинйәбай ауылы, Аҡһары ауылы, Зәк-Ишмәт ауылы оҫталары командалары ғына әүҙемлек күрһәтте. Бик күп ауыл коллективтары эшкә һалҡынлыҡ та күрһәтте. Аҡһары ауылы “Хазина” фольклор ансамбле (етәксеһе – Г. Мифтахова) икенсе, Кинйәбай ауылы “Умырзая” фольклор ансамбле (етәксеһе Г. Сәғитова), беренсе урынды алһа, Зәк-Ишмәт ауылы “Сөйөмбикә” татар фольклор ансабле (етәксеһе – Р. Әкбәрова) Гран-при яуланы. Конкурстың еңеүселәре Өфө ҡалаһына Көйөргәҙе данын данлап октябрь аҙаҡтарында Өфөгә юллана.
Күҙ нурҙарын бөркөп ижад иткән йылы шәлдәрегеҙ кеүек, үҙегеҙҙең дә яурын-арҡаларығыҙ һыҙлауһыҙ булһын, хөрмәтле оҫталар