Все новости
конкурстар
31 Октября 2019, 19:16

Ике йәштән

Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан Сафина Рәшитова төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып та өлгөргән. Яңыраҡ, баш ҡалабыҙға барып, “Сулпылар”ҙа үткән йыр-моң конкурсында финалға үтеп ҡайтты. Ул Йәмилә Рамаҙанова шиғырына Илнур Рамаҙанов яҙған көйгә “Күлдәк” йырын башҡарҙы.
- Сафина ике йәштән оҙон көйҙәр йырлап йөрөй. “Айгөл” балалар баҡсаһында йөрөгәнендә ҡалалағы “Мисс Күмертау” бәйгеһендә ҡатнашты. Әле ҡалалағы 1-се һанлы мәктәптең 1-се класында белем ала. Дәрестәрҙән һуң музыка мәктәбенә лә теләп йөрөй. Ермолаевоға Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансамбленә йөрөргә лә ваҡыт табабыҙ, - ти Сафинаның әсәһе Әлиә Рәшитова.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: