Все новости
конкурстар
31 Октября 2019, 19:10

Оҡшай, шатланам

Күптән түгел Бәләбәй ҡалаһында төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр сыуаш конкурсы үтте. Унда Керәүле-Илюшкин мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Лиза Ворошилова ла ҡатнашты һәм ул “Скрипка” номинацияһында 1-се урын яуланы.
- Скрипка менән 2-се йыл шөғөлләнәм һәм был музыка инструменты миңә бик оҡшай. 100-ҙән артыҡ бәйгесе ҡатнашҡан конкурста 1-се урын яулауыма ныҡ шатландым. Еңеүем мине тағы ла нығыраҡ ҡанатландырып ебәрҙе. Конкурсҡа барып ҡатнашыу мөмкинлеге биргән атай-әсәйемә һәм скрипка серҙәрен өйрәтеүсе уҡытыусым Ольга Ильиничина Игнатьеваға ҙур рәхмәтлемен, - ти Лиза.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: