Үткән йома Бахмут ауылының күп функциялы мәҙәниәт үҙәгендә “Йәш ғаилә – 2019” бәйгеһе үтте. Сараға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина ла килгәйне. Йыл да үткәрелгән сарала Константин, Елена Логиновтар (Бахмут), Иван, Любовь Эшоновтар (Свобода), Румил, Лиана Ғайсиндар (Яҡшымбәт), Лилиә, Рөстәм Шәмсетдиновтар (Мораптал), Радик, Элина Латыповтар (Шәбағыш) ғаиләләре ҡатнашты. Бәйгеселәр үҙҙәренең ғаиләләре менән таныштырғандан һуң, һынау алыуҙар башланды. Улар станциялар формаһында ойошторолғайны. Һәр туҡталышта конкурсанттар үҙ ғаиләләренең ныҡлығын күрһәтте, төрлө һынауҙарҙы ижади рәүештә әүҙем атҡарып сыҡтылар. Жюри ағзалары, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Тимур Иҙрисов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Вера Фросина, “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Наталья Савенкова, оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң гран-приға Ғайсиндар ғаиләһе лайыҡлы тип тапты. Был еңеүсе ғаилә республика күләмендә үтәсәк “Йәш-ғаилә – 2019” конкурсында районыбыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Һәр ҡатнашҡан ғаилә ағзаларына ла иҫтәлеккә бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Районыбыҙҙа ошондай матур ғаиләләр булыуы күңелгә май булып яғылды. Уларҙың сәхнәләге сығыштары таң ҡалдырҙы. Шуныһы ғына йөрәкте өйкәп тора - таң ҡалыусылар аҙ булды. Тамашасылар бигерәк аҙ ине. Мәҙәниәт йорто залында ҡысҡырһаң, ауаз оҙаҡ яңғырап торорлоҡ. 12 ауыл советынан барлығы биш кенә ғаилә ҡатнашты. 12 ауыл советы хакимиәте башлыҡтары араһынан да ике генә башлыҡ килгән. Конкурсанттар барыһы ла ныҡлы әҙерләнгән, ошо матурлыҡты күреүҙән күптәр мәхрүм ҡалды. Сценарий ҙа уйланып эшләнгәйне. Сәхнәгә сыҡҡан иң бәләкәс ҡыҙ бала өсөн генә сценарий булманы, майҙан буйлап өйрөлдө лә сөйрөлдө. Был репетицияһыҙ сығышты ҡараған тамашасы йылмайҙы, бәхетле баланың күбәләктәй талпынғанын ҡарау үҙе үк бәхет түгелме ни?
Гран-при – Лиана менән Румил Ғайсиндар ғаиләһе (Яҡшымбәт);
“Иң кратив ғаилә” номинацияһында – Константин менән Елена Логиновтар ғаиләһе (Бахмут);
“Иң әүҙем ғаилә” номинацияһында – Радик менән Элина Латыповтар ғаиләһе (Шәбағыш);
“Иң ижади ғаилә” номинацияһында – Иван менән Любовь Эшоновтар ғаиләһе (Свобода);
“Иң артислыҡ ғаилә” номинацияһында – Лилиә менән Рөстәм Шәмсетдиновтар ғаиләһе (Мораптал).
- “Йәш ғаилә - 2019” конкурсында ҡатнашҡан һәр ғаилә лә лайыҡлы сығыш яһаны. Ғаиләбеҙ менән гран-при яулауыбыҙға шатландыҡ. Әҙерләнеүе ауырыраҡ булды, сөнки 6 айлыҡ Камил улыбыҙҙы һәр саҡ ҡулда йөрөтәргә тура килә. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бәләкәйҙәр әле: Айлинаға 4, ә Әдиләг өс кенә йәш. Шулай булһа ла бәйгелә ҡатнашыуыбыҙ оҡшаны. Саранан ҡайтҡас ҡыҙҙарыбыҙ: “Тағы ҡасан барабыҙ сығыш яһарға?” тип йүгереп йөрөнөләр. Айлина менән бәләкәй сағынан төрлө физик күнекмәләр эшләйбеҙ. Район буйынса үткән йүгереү бәйгеһендә лә һәр саҡ ҡатнаша. Әгәр, ғаиләбеҙгә, республика күләмендә районыбыҙ намыҫын яҡлап сығыш яһарға тиһәләр, беҙ баш ҡалабыҙға барып ҡайтырға ла әҙербеҙ. Районыбыҙҙың башҡа йәш ғаиләләренә лә төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашһындар ине, тип теләр инем.