Все новости
конкурстар
12 Ноября 2019, 11:17

Галкиндан ҡалышманы

Ермолаевоның “Батыр” балалар баҡсаһында район өсөн уникаль сара үтте. “Иң шәбе” (Самый лучший) тип аталған был байрам башҡаларынан айырылып торҙо. Унда районыбыҙҙың төрлө балалар баҡсаларынан Илназ Ниғмәтуллин (Таймаҫ), Сабина Ишкинина (Ермолаево), Риназ Әхмәтов (Кинйәбай), Алина Баһаутдинова (Керәүле-Илюшкин), Саша Потапова (Бөгөлсән), Варвара Алексеева (Павловка), Арслан Табулдин (Ермолаево), Рамзан Ҡәҙерғолов (Яҡут), Амира Ниғмәтуллина (Иҫке Отрада), Әминә Ғәниева (Ермолаево), Мәликә Ишморатова (Ермолаево), Илнара Насырова (Ялсыҡай) ҡатнашты. Бындай тамаша беренсегә. Сараны алып барыусы Ермолаевоның “Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто” директоры Николай Варнавский Максим Галкиндан бер ҙә ҡалышманы, балаларҙың һәр береһенең талантын асырға тырышты. Ысынлап та, ҡалай оҫталар икән беҙҙең сабыйҙар, кемеһе йырлай, кемеһе бейей, скрипкала ла шәп уйнайҙар, тиранозавр, динозавр, бронтозаврҙар хаҡында ла беләләр. Ҡыҫҡаһы, райондың һәр балаһы самый лучший икәненә инандыҡ. Сара һуңында кескәйҙәр төрлө уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Афарин, кескәйҙәр! Артабан да шулай шәп ҡыҙҙар һәм егеттәр булып үҫергә яҙһын.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: