Все новости
конкурстар
19 Ноября 2019, 13:27

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҘӘ КҮРҺӘТТЕ

Киләһе йылда Башҡортостанда елле сара буласаҡ - Фольклориада. Әле барлыҡ мәҙәни көстәр ошоға бәйләнгән - әҙерлекте ныҡлап алып барырға кәрәк, беҙҙә бар донъя буласаҡ. Ошо көндәрҙә Стәрлебашта Туй йолаһын күрһәтеү буйынса конкурс булды. Беҙҙекеләр ҙә Көйөргәҙелә нисек итеп кәләш алалар, кейәү сәйен эсәләр икәнен күрһәтеп ҡайтты. Яҡут ауылы "Ынйылар" халыҡ фольклор ансамблендә 3-сө урын! Яңы Таймаҫтан “Әхирәттәр” ансамбле лә ҡоро ҡул ҡайтмаған, уларға номинациялы диплом биргәндәр.
Читайте нас: