Все новости
конкурстар
19 Ноября 2019, 13:28

ҺУЛЫШТА ҺУШ КИТТЕ

Аптырарһың был культура кешеләренә, ҡайҙан барыһына өлгөрәләр, әле бында йырлап торһалар, күҙ асып йомған арала икенсе ерҙә бейеп торалар. Аҙна аҙағында беҙҙекеләр Ишембайға ла барып еттеләр, бында “Көҙгө һулыш” тип аталған йырсылар конкурсы булды. Көйөргәҙеләр һулышты тәрән итеп алған, ныҡ кәйефтәре булып ҡайтҡан. «Етегән» халыҡ башҡорт вокал ансамбле икенсе урынды эләктергән. Һай, афариндар ҙа инде. Ҡотлайбыҙ.
Гүзәл РӘМИЕВА
Читайте нас: