Все новости
конкурстар
19 Ноября 2019, 13:23

ЯҠШЫМБӘТКӘ - ДАН

Үткән йома Яңы Морапталда “Ҡайт, ауаз!” тип аталған төбәк-ара башҡорт-татар эстрада йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтте. Бәйгелә Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Иглин, Ейәнсура, Йылайыр, Федоровка, Стәрлебаш, Көйөргәҙе райондарынан, Ырымбур өлкәһе Октябрьский ауылынан да килгәндәр. Барлығы 23 йырсы.
Һөҙөмтәлә Ейәнсураларға Гран-прины биреп ҡайтарҙыҡ. Беҙҙекеләрҙән берәйһе, исмаһам, өсөнсө урынды булһа ла алһа ярар ине, тип ут йотоп ултырҙыҡ һәм бына шәп яңылыҡ: 1-се урынға Фидан Булатов лайыҡ булһа, 3-сө урынға Раушания Сынбулатова сыҡты. Афарин, яҡшымбәттәргә.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: