Все новости
конкурстар
22 Ноября 2019, 11:23

Сикһеҙ таланттар

Республика “Йәшлек шоу” конкурсы йыл әйләнәһенә ҙур кимәлдә үткәрелеп килә. Был конкурста ҡатнашҡан Башҡортостаныбыҙҙың бик күп талантлы йырсылары хатта оло сәхнәләргә табан башланғыс алды. 14 ноябрҙә лә Өфө “Башҡортостан” ҡала концерт залында «Йәшлек шоу – 2019» йәштәр фестиваленең финалы булды. Ул беренсегә “Продюсерҙар көрәше” исеме менән үтте. Башҡа күп йәш йырсылар, талантлы төркөмдәр төрлө номинацияларҙа еңеп, дипломдар менән бүләкләнделәр. Уларҙың сығыштары тамашасыны хайран ҡалдырыҙы. Бер сәхнәлә йәш йырсылар менән бергә «Арғымаҡ»,«Бишбармаҡ», «Дәүриш-Хан» төркөмдәре,этно-шоу проекты ZAINETDIN, RNT, МС Баш, Таһир Әсәҙуллин, Алтынай Вәлитов, Наил Bashstyle, Илнур Рамаҙанов, Ябай Малай һәм Вилли (ELVIN GREY PLAY), Ruzit, Зилия һәм Юлиә Бәхтиевалар, Диана Шыгапова, Гөлйемеш Ҡылысова, Ләйсән Ғәлимова, IZI, Рөстәм Ғиззәтуллин кеүек көслө популяр йырсылар ҙа сығыш яһанылар.
Ҙур кимәлдә үткәрелгән йыр байрамының Гран-при яулаусыһы 19 йәшлек Өфө студенты Хәйҙәр Ибраһимов лайыҡ булһа, 1-се урынға Илнар Ғәниев сыҡты. Был ике егеттең дә продюсеры яҡташыбыҙ Илнур Рамаҙанов. Тамъян ырыуынан булған Илкәнәй ауылы егете, Халыҡ-ара, Рәсәй, Республика халыҡ йырҙары башҡарыусы еңеүсеһе – Илнур Рамаҙановтың тәрбиәләнеүселәре “Йәшлек шоу” конкурсында Гран-при һәм беренсе урын алыуҙары беҙҙең районыбыҙ өсөн оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ! Илнур йәш булыуына ҡарамаҫтан ҡайһы эшкә тотонһа ла ең һыҙғанып башҡара, көс-ғәйрәтен һала. Башҡортостаныбыҙҙа балалар һәм үҫмерҙәр араһында ғына түгел, ә йәш таланттарҙы үҫтереүҙә лә илһамланып эшләп, мәҙәниәтебеҙҙең бәҫен күтәреп рухланып йәшәй. Афарин, Илнур!
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: