Все новости
конкурстар
26 Ноября 2019, 11:13

ҠОТЛАНЫҠ ТА, ЙЫРЛАНЫҠ ТА

Зәк-Ишмәт ауылының мәҙәниәт йортонда бик матур сара ойошторолдо. Ул көҙҙөң һуңғы айында үткәрелгән йәмле байрам — Әсәләр көнөнә арналды һәм шулай уҡ «Йырсы ауыл» конкурсы сиктәрендә үтте.

Концертты ҡарарға кеше бигерәк күп килгән ине, зал туп-тулы булды. Ауылдаштарым үҙебеҙҙең әртистәрҙең сығыштарын бик ярата шул. Беҙгә Мәскәү, Өфө әртистәре лә кәрәкмәй, үҙебеҙҙекеләр уларҙан бер ҙә генә кәм сығыш яһамай.

Был көндө лә, һәр ваҡыттағыса, яратҡан әртистәребеҙ — клуб һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре беҙгә бик мауыҡтырғыс концерт номерҙары әҙерләгән ине. Уларҙың сығыштарын ҡарап, рәхәтләнеп көлдөк тә, моңло йырҙарҙы тыңлап, әҙерәк илап та алдыҡ.

Бер концерт та Петр һәм Тамара Капустиндарҙан тыш үтмәй. Был юлы ла улар үҙҙәренең сығыштары менән бар халыҡты хайран ҡалдырҙы. Ауылыбыҙға ҡунаҡҡа ҡайтҡан, БДУ студенты Гөлнара Кинйәбулатова исемле ҡыҙ дәртле бейеүҙәре, әнейҙәр тураһындағы йырҙары менән барыбыҙҙың да һушын алды. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыусы Рәфис Кәлимуллин, Ләйсән Усмановалар ҙа үҙҙәренең һәр яҡлап талантлы булыуҙарын күрһәтте. 5-се класта ғына уҡыусы Артур Зәйнуллин бигерәк матур йырлай. Ә үҙебеҙҙең һәр ваҡытта сығыш яһап йөрөүсе артистарыбыҙ тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Уларҙың талантын һүҙ менән генә лә әйтеп бөтөрлөк түгел. Әйткәндәй, ауылда талантлы кешеләр бигерәк күп ул, әммә, ҡыҙғанысҡа, уларҙың барыһын да сәхнәгә сығарыуы ғына ауыр. Кемдер, ваҡытым юҡ, эшем күп, ти. Кемеһендер ире йә ҡатыны ебәрмәй. Берәй сара ойошторорға кәрәк булһа, клубта, китапханала эшләүселәргә уларҙың һәр береһенә ялынып, ялбарып йөрөргә тура килә. Хоҙай түҙемлек бирһен инде уларға. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙең еңел булмаған эшен аңлап торабыҙ һәм беҙҙе гел генә төрлө ҡыҙыҡлы сығыштары менән ҡыуандырып торғандары өсөн, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн бар ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, сығыштарығыҙҙы һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ!

Башҡортостанда ауыл билә-мәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт алды. Яңы ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем дауам итәсәк.

Конкурста ҡатнашыуға муниципаль райондарҙың ауыл тораҡ пункттарының үҙешмәкәр йыр коллективтары (халыҡ йыры, фольклор йыры, эстрада йыры ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар) саҡырыла. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.

Сара өс этапта ойошторола.

Гала-концерт Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланаcаҡ.

Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.

Рәмзиә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: