Все новости
конкурстар
3 Декабря 2019, 11:15

Етәкселәр барҙа ҡурҡыныс түгел

Үткән йома көндө Өфөлә «Йәш ғаилә» — 2019 республика конкурсының финалы үтте. Майҙансыҡта республиканың иң яҡшы ғаиләләре йыйылды. Йолаға әүерлеп үткәрелгән бәйгелә Асҡын, Яңаул, Учалы, Ишембай райондары, Өфө һәм Салауат ҡалалары һәм, әлбиттә, беҙҙең район ҡатнашты. Һәммәһе ете ғаилә үҙҙәренең көсөн һынаны. Илнур менән Фәнүзә Ғәниевтар ғаиләһе беҙҙән бара тигәс, исмаһам, бер кеше булһа ла уларҙың еңмәҫенә ышандымы икән? Юҡтыр. Улар янында, етмәһә, йәш ғаиләгә көс биреп, район башлығы Юлай Ильясов үҙе булды. Һәм бына һөҙөмтә: Ғәниевтар “Йәш ғаилә – 2019” республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булды! Һай, афарин. Бында ут йотоп ултырыуыбыҙ бушҡа булманы. Ҡотлайбыҙ. Ә беҙҙең яныу-көйөүҙәр дауам итә: Ғәниевтар хәҙер Көйөргәҙе данын яҡларға Мәскәүгә юллана. Уңыштар һәм тағы бер ҡат уңыштар!
Фәнүзә ҒӘНИЕВА:
- Районыбыҙҙа үткән сараларға саҡырһалар бер ҙә инәлтеп тормайбыҙ, һәр саҡ актив ҡатнашып торабыҙ. Был юлы республика күләмендә ҡатнашырға саҡырыу алғас, бер аҙ ҡурҡындырҙы. Әммә тулҡынланыуҙарыбыҙ бушҡа булған икән, сөнки беҙҙең менән бергә районыбыҙ хакимиәтенән ҙур команда барҙы. Улар беҙҙе һәр саҡ ҡеүәтләп, көс-дәрт биреп торҙо. Унда театрға, милли йолаларға, әҙәбиәткә бағышланған һынауҙар булды, ижади номерҙар ҙа, спорт ярыштары ла мауыҡтырғыс итеп ойошторолғайны. Ҡыҙҙарыбыҙ Элина менән Әминә лә юғалып ҡалманылар, бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үттеләр.
Республика “Йәш ғаилә – 2019” конкурсында еңеп сығыуыбыҙға шатбыҙ. Бәйгелә ҡатнашыуҙа ярҙам күрһәткән, беҙгә ҙур терәк булып бергә барған хакимиәтебеҙ командаһына ҙур рәхмәтлебеҙ. Башҡа ғаиләләр ҙә төрлө сараларҙа ҡатнашһындар, беҙҙең хакимиәттәге кеүек етәкселәр барҙа бер бәйгелә лә ҡурҡыныс түгел.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: