«Сулпылар» Республика телевизион конкурсын яратмаған кеше юҡтыр. Бында кескәйҙәр үҙҙәренең иҫ киткес таланттары менән әсир итә. Быйылғыһы беҙҙең Көйөргәҙе районы өсөн бигерәк тә әһәмиәтле булды, сөнки унда райондың «Аҡбуҙат» башҡорт фольклор ансамбле ағзаһы Сафина Рәшитова Гран-при яуланы.
- «Сулпылар» йыр-моң конкурсы гөрләп үтеп тә китте! Ҡыҙыбыҙ Сафина Рәшитова Гран-при алыуына hаман да ышанып бөтә алмайбыҙ! Ҡатнашып ҡына ҡарайбыҙ, тип февраль айында конкурсҡа барғайныҡ. Репетицияларҙа ла, 1-2 турҙарҙа ла Сафина үҙенең барлыҡ талантын асып күрһәтә алманы. Төрлө яҡтан төшөрөп торған бик күп камераларҙан ҡурҡтым, тине ул. Финалға сыҡҡас, телефон алып бирәбеҙ, тип дәртләндереп тә ебәрҙек ҡыҙыбыҙҙы. Финалға әҙерләнгән саҡта ла, репетицияларҙа Сафина тағы ла бирелеп китеп йырламаны. Ә бына сәхнәгә сығып баҫҡайны, хатта, уны үҙебеҙ ҙә танымай торҙоҡ. Шул тиклем бирелеп, ихлас итеп сығыш яһаны ла ҡуйҙы. Барыбыҙ ҙа аптырап киттек. Һәр сығышты ихлас ҡабул иткән тамашасылар ҙа дәрт өҫтәгәндер, күрәһең. Ысынлап та, бар тамашасы Сафинаны дәртләндереп, алҡыштар менән ҡаршы алды. Конкурсҡа әҙерләнгән саҡтағы ҡыйынлыҡтар ҙа артта ҡалды, тулҡынланыуҙар ҙа шунда уҡ онотолдо. Әҙерлек барышында күлдәк менән дә проблема булғайны. Уныһын ике көн эсендә тегеп бирҙеләр ярай. Ҡыҙым 1 ай эсендә «Ҡарасай» башҡорт халыҡ йырын өйрәнде. Сығыш яһарға китеп барған саҡта: «Дипломдар ялҡытты мине, статуэтка алғым килә», - тип һөйләнеп барғайны. Хыялы тормошҡа ашты. Иң ҙур рәхмәтебеҙҙе етәксебеҙ Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамаҙановаға әйткебеҙ килә. Ҡыҙым ике йыл буйына уның менән шөғөлләнә, сәхнәгә беренсе тапҡыр 1 йыл элек сыҡҡайны. Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Юлай Талха улы Ильясовҡа һәм уның тормош иптәшенә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Быйылғы «Сулпылар» конкурсының йомғаҡлау концертында ҡатнашыусы райондарҙың барыһының да башлыҡтары саҡырылған ине. Беҙҙекенән башҡа береһе лә килмәне. Конкурсты ойоштороусыларға, жюриға, беҙҙең өсөн «ауырыусы» туғандарға, дуҫтарға һәм таныштарға ла рәхмәтлебеҙ. Күп туғандар: «Нишләп беҙгә әйтмәнегеҙ, беҙ ҙә барыр инек», - тиҙәр. Ҡыҙыбыҙ еңерен белмәнек шул, барлыҡ туғандарҙы алып барыр инек, үҙебеҙҙе аптыратты бит ул. Ҡыҙым еңеү яулап, аш бүлмәһен телевизорлы итте.
- Мин әле «Гармония» мәктәбендә 1-се класта уҡып йөрөйөм. Шулай уҡ музыка мәктәбендә белем алам, хорға йөрөйөм, фортепьянола ла уйнайым. Йәмилә Сабировна етәкләгән «Аҡбуҙат» ансамбленә йөрөргә лә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға ла ваҡыт табам. «Сулпылар» конкурсы миңә ныҡ оҡшаны. Унда мин үҙемә яңы дуҫтар таптым. Уларҙы һағынып та өлгөрҙөм инде. Сәхнәгә сыҡҡансы әҙерәк ҡаушата, әммә сәхнәгә сығып баҫһам, тулҡынланыуым шунда уҡ бөтә лә ҡуя.