Все новости
конкурстар
20 Декабря 2019, 13:10

Бер сәхнәлә

Бар эшкә лә маһирбыҙ, бигерәк тә, йырларға тиһәң, беҙҙе ҡуш. Ана, “Йырсы ауыл” конкурсы тип иғлан итеп тә өлгөрмәнеләр, райондың гәрсә ауылы, бер-береһен уҙҙырып, йырлап та ебәрҙеләр.

Бар эшкә лә маһирбыҙ, бигерәк тә, йырларға тиһәң, беҙҙе ҡуш. Ана, “Йырсы ауыл” конкурсы тип иғлан итеп тә өлгөрмәнеләр, райондың гәрсә ауылы, бер-береһен уҙҙырып, йырлап та ебәрҙеләр. Яҡшымбәт ауыл биләмәһе былай ҙа яйы тура килгән һайын йырлай, ә конкурс тигәстәрен, айырыуса дәртләнеп һайрашҡандар икән.
- Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йортонда үткән “Йырсы ауыл” конкурсында Абдул, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Урта Бабалар ауылдарында йәшәүсе йырға ғашиҡтар ҙа ҡатнашты. Был сара нимәһе менән оҡшаны? Нисә йәштә, ниндәй һөнәр эйәләре булыуға ҡарамаҫтан барыһы ла бер сәхнәлә ихлас күңелдән сығыш яһаны. Бигерәк тә халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы тыңлап ҡыуандыҡ. Абдулдан Әлфиә Хәйбуллина “Тәфтиләү”, Яҡшымбәттән Раушания Сынбулатова “Шәүрәкәй”, Фәүзиә Ҡәҙерова “Зөләйха” кеүек халыҡ йырҙарын бик моңло итеп башҡарҙылар. Ҡотлоюлдан һауынсы булып эшләгән Рәйфә Арыҫланова менән Ләлә Бусканованың да ваҡыт табып килеп был сарала ҡатнашыуҙары оло ихтирамға лайыҡ. Күмертауҙа йәшәһә лә, һәр байрамыбыҙҙы килеп биҙәүсе Замира Бикбулатованан һәр саҡ рух алабыҙ. 30 йылдан артыҡ сәхнәбеҙ биҙәге булған Мәзүнә Сәлтәшева, музыкаль ғаиләбеҙ Альмира менән Сәлим Әбсәләмовтар ҙа үҙҙәренең йырҙары менән байрамға йәм өҫтәнеләр. Гәрәй Әбдрәхмәнов үҙ йырҙарын гитарала уйнап башҡарҙы. Шулай уҡ йәш әртистәребеҙ ҙә беҙгә дәрт-дарман өҫтәне.
- Был конкурста оло йәштәгеләр күберәк ҡатнашты. Киләсәктә сәхнәбеҙ түрендә халыҡ йырҙарын башҡарған йәштәребеҙҙе лә күрербеҙ тигән теләктәбеҙ, - ти Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Гөлшат Хәйбуллина.
Читайте нас: